Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
10 Февраль , 14:05

Быуындар бәйләнеше

Быуындар бәйләнеше.Тап ошо исем аҫтында Баймаҡ районы Таһир ауылы клубында ҙур  сара үтте.

Быуындар бәйләнеше
Быуындар бәйләнеше

Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуының Таһир ауылы бик боронғо ауыл. 1795 йыл яҙмалары буйынса Таһир ауылында 276 кеше йәшәй, ә 1920 йыл иҫәпләүҙәре буйынса халыҡ һаны 502-гә етә. Аҫаба башҡорт Таһир Бикмырҙин нигеҙ һалған саф башҡорт ауылында бөгөн бер нисә нәҫел йәшәй. Татыу, берҙәм, эшлекле ғаиләләр бихисап. Һәр кем тырышып донъя көтә һәм шул уҡ ваҡытта күңел асырға ла ваҡыт таба. Таһир ауылы клубында үткән “Быуындар бәйләнеше” исемле ҙур кисәлә Нурғәлиндар һәм Биктимеровтар нәҫеленән булған ғаилә ансамблдәре ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. Бер тамырҙан сыҡҡан Нурғәлиндар үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштырҙы. Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйҙы. Нурғәлиндәрҙең концерт программаһы бик бай йөкмәткеле, быуындарҙы бәйләп торған олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты. Нәҫелдең иң олоһо Нурғәлин Салауат Хәбибнәжәр улы башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы. Ә Мәҙинә һеңлеһе атайҙары яратып башҡарған йырҙарҙы халыҡҡа еткерҙе. Иң йәш ҡатнашыусы Тимерхан Нурғәлин Цой йырҙарын айырым оҫталыҡ менән башҡарып халыҡты таң ҡалдырҙы. Ғаилә йыйған инструменталь ансамблдә ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, гармун тауыштары яңғыраны. Концертҡа бөтә күңелдәрен һалып әҙерләгән НУРҒӘЛИНдәр  нәҫелю.

БИКТИМЕРОВТАР--ҡурайсылары, гармунсылары, бейеүселәре менән дан тотҡан нәҫел. Сәлимйән Хәмитйән улы һәм Мәликә Хәлфетдин ҡыҙының ғаиләһе республикала ғына түгел, сит илдәрҙә сығыш яһап беҙҙең ауылды данланы. Ваҡытында сәхнә туренән төшмәгән мәшһүр ҡурайсы Сәлимйән Хәмитйән улы Мәскәү, Санкт-Петербург тамашасыларҙы таң ҡалдырып призлы урындар яулаған. Балаларына, ейәндәренә үҙенең талантына ҡомартҡы итеп ҡалдырған. Мәликә Хәлфетдин ҡыҙы иһә ҡул эштәре, балаҫ һуғыу, селтәр сигеү, биҙәкле һөлгөләр, ҡашмау эшләү менән республика кимәлендә үткән сараларҙа призлы урындар яулай. Бер генә сара ла Мәликә апайһыҙ үтмәй, һәр ерҙә уның ҡул эштәре күргәҙмәһе. Оҫта ҡуллы ханымдың ҡул эштәрен ҙур теләк менән һатып алалар. Ошондай талантлы ғаилә лә үҫә лә инде бар яҡлап талантлы балалар, бейеүселәр, йырсылар. Өлкән ҡыҙҙары Дилара Сәлимйән ҡыҙы үҙе булдырған “Йондоҙ” ансамблен етәкләй. Билал урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Дилара Сәлимйән ҡыҙы балаларҙы бейеү оҫталыктарына өйрәтә. Улы Айнур ҙа бейеү сәнғәтен үҙ иткән. Икенсе ҡыҙҙары Фирүзә Сәлимйән ҡыҙы Хөсәйенова ла үҙе  булдырған “Ҡыҙылым” исемле ансамблдең солисы. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә сығыш яһай. Уның ҡыҙы Илүзә лә бейеү сәнғәтен үҙ итә. Ғөмүмән, Хөсәйеновтар ғаиләһе менән мәҙәниәт кешеләре. Фирүзәнең тормош иптәше Сәлим Юлбарыҫ улы моңло йырҙары менән халыҡты таң ҡалдырып сығыш яһаны. Ғаиләлә төпсөк малай Ғәлийән Биктимеров та йыр-моң ға ғашиҡ кеше. Баш ҡалабыҙ Өфөлә “Айтуған” милли бейеүҙар ансамблендә солист булған Арыҫлан Азамат улы  сит ил сәхнәләрендә, хатта Англия, Төркиә, Францияла сығыш яһай. Бына шундай талантлы ғаилә концерт программаһы менән сығыш яһаны  “Быуындар бәйләнеше” исемле сарала. Ауыл халҡы матур ял итеп, күңелдәре күтәрелеп, яҡшы кәйеф менән таралышты. Был ауыл эсендә, ауыл сиктәрендә генә барған, ғаилә ансамблдәрен тергеҙеү, яңы таланттар эҙләү маҡсатында башланған эш. Эстафетаны Әлибаевтар һәм Яҫыбаевтар ҡабул итеп алды. Хәҙер уларҙан сағыу концерт программаһы көтөп ҡалабыҙ!

Айһылыу Әлибаева, клуб мөдире.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас