Хәйбулла районында Ватанды Һаҡлаусылар һәм башҡортостан Республикаһында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды. Сарала Ватанға тоғролоҡ һәм батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштары билдәләнде. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар юғары наградаға — генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында Абдуллин Юлдаш, Әминев Фәннүр, Солтанғужин Айнур, Фәтҡетдинов Илдар һәм Көбәков Вилнур Венер улы бар. Һуңғыһының миҙалы уның өләсәһе Назарова Рәйлә Закирйән ҡыҙына тапшырылды.
Бынан тыш, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, батырлығы һәм патриотизмы, шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын уңышлы үтәгәне өсөн Хәйбулла районы муниципаль районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын Далхин Радик һәм Сладких Андрей алды. Уларҙың өлгөһө республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла илһам сығанағы булып тора һәм тыуған ерҙәрен яҡлаусыларға ярҙам итеүҙең мөһимлеген раҫлай.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте