Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Ғинуар , 17:53

Рухлы "Йәйғор"

“Йәйғор” балалар баҡсаһында ата-әсәләр һәм балалар менән берлектә башҡорт милли аш-һыуы фестивале үткәрелгән. Сара һуңында тәрбиәселәр "Бишбармаҡ" бейеүенә төшкән. Рухлы сара үткән. Һай, афарин!

Рухлы "Йәйғор"
Рухлы "Йәйғор"

Хәйбулла райлны Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһында ата-әсәләр һәм балалар менән берлектә башҡорт милли аш-һыуы фестивале үтте.

 

Фестивалдең төп маҡсаты - балаларҙы башҡорт халҡының милли аш-һыуы менән таныштырыу, әсәйҙәр һәм балалар, тәрбиәселәр араһында йылы осрашыу, милли ризыҡтарҙы әҙерләү алымдары тураһында тәжрибә уртаҡлашыу, өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү ине.
Сара балаларҙың һәм әсәйҙәрҙең аш-һыуға бәйле йомаҡтар сисеүе менән башланып китте һәм һәр ғаиләнең үҙҙәре яратып әҙерләгән милли ризыҡтары менән таныштырыуы, йыр, бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. “Ҡыңғырау” кескәйҙәр төркөмөнән Нурғалиндар ғаиләһе бауырһаҡ, “Умырзая” төркөмөнән Йәнбирҙиндар ғаиләһе өсбосмаҡ, “Томбойоҡ” төркөмөнән Ултраҡовтар ғаиләһе ҡоймаҡ ҡойоу серҙәре менән таныштырҙы. “Бәпембә” уртансылар төркөмөнән Итбаевтар ғаиләһе милли ризығыбыҙ бишбармаҡты халыҡ бейеүе аша еткерҙе, “Ромашка” төркөмөнән Мораҙымовтар ғаиләһе үҙҙәре әҙерләгән ҡош теленең һәр байрам табынын биҙәүен, "Шайморатовсы"лар төркөмөнән Илйәсовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе башҡорт халыҡ аш-һыуҙарына һәр саҡ өҫтөнлөк биреүҙәре - ҡаҙы, тултырма әҙерләү алымдары һәм үҙҙәренең умарталығының балы менән таныштырҙы. “Нәркәс” мәктәпкә әҙерлек төркөмөнән Рыҫҡоловтар ғаиләһе тәмле-татлы сәк-сәк бешереү серен шиғыр һәм бейеү аша үҙенсәлекле итеп таныштырҙы. Байрамға ҡунаҡҡа килгән өләсәй Әлфидә апай Ултраҡова онотолоп барған башҡорт халҡының “Наза” уйынын ойоштороп сараны йәмләне. Милли-аш-һыуға арналған фестиваль әсәйҙәрҙең һәм тәрбиәселәр башҡарыуында “Бишбармаҡ” бейеү флешмобы менән тамамланды.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль селтәре.

Рухлы "Йәйғор"
Рухлы "Йәйғор"
Рухлы "Йәйғор"
Рухлы "Йәйғор"
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас