Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
29 Декабрь 2025, 10:25

Ветерандарҙы иҫкә алдыҡ

Барса халыҡ Яңы йылды ҡаршы алырға әҙерләнгәндә Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы халҡы беҙгә тыныслыҡ бүләк иткән ветерандарҙы иҫкә алды һәм улар рухына аят уҡытты.

Ветерандарҙы иҫкә алдыҡ
Ветерандарҙы иҫкә алдыҡ

Ветерандарҙы иҫкә алыу

Алдымда 2022 йылда ошо юлдарҙың авторы һәм китапханасы Гөлбикә Кейекбаева тарафынан сығарылған «Яралы йылдар тауышы» тигән китап. Һәр битен асып ҡарайым да нисек ауыр булған, ләкин һынмаған, бирешмәгән беҙҙең һуғыш яугирҙәре, тыл ветерандары тигән уйға төшәм. Асыҡҡандар, ләкин һиҙҙермәгәндәр. Туңһалар ҙа үҙ бурыстарын үтәгән. Уларҙың алдында иң мөһим бурыс –Тыуған илде дошмандан азат итеү. Үҙ илебеҙҙе дошман аяғы аҫтына ҡалдырыу үҙе – үлем.
Һуғыш дүрт йыл, 1418 көн дауам итә. Күптәр ҙур йылғаларҙы кискәндә һәләк булып аға, ҡайһылары снаряд соҡорҙарына күмелә, бәғзеләре танк аҫтарында ҡалып йән бирә. Барыһы ла була. 20 миллион ҡорбан бирһә лә Рәсәй Еңеү яуланы. Германия бөтә Европаны биләп алһа ла Рәсәйҙе теҙләндерә алманы. Һәр яугир өсөн артта –Ватан, алда дошман булды. Үҙҙәре өсөн бары һуңғы пуля ғына һаҡланды.
Һуғыш осоронда дошманға батырҙарса ҡаршы торғандарҙың 13 миллионына орден һәм миҙалдар тапшырыла. Улар араһында тере ҡайтҡан 56 яугиребеҙ ҙә бар. Районыбыҙҙа 7 Советтар Союзы герой исеме алһа, тулы Дан ордены кавалерына – Әҙеһәм Әлибаев лайыҡ була. Беҙҙең Ниғәмәт ауылынан 131 кеше һуғышҡа алына, шуларҙың 56-һы Еңеү менән ҡайта. Һәр береһенең түштәрендә орден һәм миҙалдар.
Еңеү килде…
Күҙ йәштәре менән…
Үҙе менән яҙҙы килтереп.
Еңеү яҙын Аманат тип алып
Киләсәккә уны илтербеҙ.
 Тик был китап сыҡҡанда, бер генә лә тере яугир юҡ ине. Беҙ уларҙың һуңғыларын мәңгелек йортона рәхмәтле булып оҙаттыҡ. Шулай ҙа беҙ Еңеү көнөн – 9 майҙы оло байрам итеп ҡаршылайбыҙ, байрам итәбеҙ. Был турала 1945 йылдың 8 майында СССР Юғары Советының махсус Указы бар. Уға ярашлы һәр йыл ул көндө билдәләүгә бурыслыбыҙ. Беҙҙең моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла был көнөбөҙ…
2025 йылда Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләнек. Шулай уҡ был йыл махсус хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итеү йылы булараҡ уҙып бара. Беҙ МХО-ла ҡатнашыусыларҙы хәстәрләйбеҙ, ғаиләләренә ярҙам күрһәтәбеҙ, ә бына Еңеү килтергән 1941-1945 йыл батырҙарын бер көн менән генә билдәләп сикләмәйбеҙме икән тигән һорау тыуа. Обелиск яндарында туҡталып, уйланып китәбеҙме, бер генә булһа ла күҙ һалабыҙмы?.. Бәлки шулай эшләйбеҙҙер. Шулай ҙа әреүахтарыбыҙҙың рухын шат ҡылдырып, йәндәре йәннәттә булыуын теләп ниҙер эшләргә кәрәктер тип уйлайым. Ниғәмәт ауылы биләмәһенең активтары ултырышына ошо тәҡдим индерелде һәм аятта быны уҙғарыуҙы барыһы ла хуп күрҙе.
       Был турала ауылдаштрға тиҙ арала еткерелеп, улар үҙҙәре үк бағымсылыҡ итергә ашыҡтылар. Тиҙ арала Ниғәмәт мәктәбе ашханаһында улар өсөн ҙур аят табыны уҙғарылды. Аятҡа мәктәп уҡытыусылары, ауыл халҡы, ауылыбыҙ хәҙрәттәре Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов, Сәлих Фәтхетдин улы Кәримов саҡырылды. Улар халыҡҡа вәғәздәр уҡып, диндәге ҡорбан мәсьәләһе буйынса дөрөҫ һәм хаталарҙы аңлатып аят уҡынылар. Башта, әлбиттә, ҡорбан булған, ҡайта алмаған яугирҙәргә уҡылһа, артабан Тыуған илдәренә Еңеү байрамы алып ҡайтыусыларға уҡылды.
Шулай ҙә иң тулҡынландырғыс мәле тыл ветерандарына аят уҡыу булғандыр. Ауылыбыҙҙың тыл ветерандарынан бөгөнгө көндә берәү генә иҫән: Абайдуллина Фәхирә—йөҙгә етеп килә, ә 170 тыл ветераны мәңгелек йортонда. Табында барыһының да балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты.
Декабрҙең һуңғы аҙнаһының шаршамбыһы шулай тулҡынландырғыс минуттар менән үтте. Мәктәп тормошона бәйле сараларҙа, атап әйткәндә «Герой партаһы» асыуҙа ла ҡатнашырға, киләһе йылда «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында ҡатнашыу  буйынса йылышта булырға тура килде. Был көн сараһы бик мәртәбәле ваҡиғалар менән оҙатылды. 
Аятты йомғаҡлап ауылыбыҙ аҡһаҡалы Юлай Хәмзә улы Кәримов был сара өсөн хәҙәрттәргә, ойоштороусыларға мәктәпкә һәм ашнаҡсыларға рәхмәт әйтеп уҙҙы.
Ниғәмәт ауылы Ветерандар советы рәйесе Гөлсирә Хажғәле ҡыҙы Ғәббәсова барлыҡ бағымсылыҡ иткән ауылдаштарға, Себер, Өфө яҡтарынан ярҙам итеүселәргә, аятта бына килеүселәргә, Ағинәйҙәр етәксеһе Ғәббәсова Фәнүрә Фазулла ҡыҙына, мәктәптең ашнаҡсы ҡыҙҙарына, өҫтәл әҙерләшеүҙә ярҙам итеүсе хаҡлы ялдағы балалар бағсаһы тәрбиәсе Әнисә Мусинаға, һатыусы Зөлфиә Ғатауллинаға, Түбәнге Яйыҡбай Ағинәйҙәр рәйесе Фирҙәүес Хәсәноваға һәр төрлө ярҙамға әҙер тороусы мәҙәниәт йорто директоры Нурия Ғатауллинаға, китапханасы Гөлбикә Сафиуллинаға, Ниғәмәт мәктәбе директоры Наил Әхмәҙулла улы Иҫәнбаевҡа үҙҙәренең үткәрелгән сараларына, «Герой партаһы» асыуға ла саҡырып, аятҡа ярҙам күрһәткәне өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.
Мин, ошо юлдарҙың авторы,  үҙ исемемдән Ғәббасова Гөлсирә Хәжғәле ҡыҙына рәхмәт әйткем килә. Ул булмаһа, туй өҫтәлендәй өҫтәл әҙерләүҙе ойоштормаһа, был сара нисек тә мәртәбәле килеп сыҡмаҫ ине. Өс йөҙҙән ашыу әреүахтарыбыҙға аят уҡылмаҫ ине. Ауылдаштарҙың ылғый ярҙам итергә әҙер булыуҙары эшләргә ынтылыусыларҙы дәртләндерә генә.
Ауылдаштар менән шундай сара үткәреүебеҙгә барыбыҙ ҙа ҡәнәғәтлек алып, шат, шул уҡ ваҡытта хәтирәләргә бәйле күңел менән таралыштыҡ.
Беҙҙең әреүахтарыбыҙҙың рухтары шатҡылып, йәндәре йәннәттә тыныслыҡ тапһын тигән теләк барыһының да уйында булды.
Еңеү килтергән ветерандарыбыҙ бындай сараға үтә лә хаҡлы. Беҙ улар алдында түләп бөтөргөҙ ғүмерлек бурыслыбыҙ. Йәндәрегеҙ йәннәттә булһын!

Рәйсә Иҫәнбаева.

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы.


Ветерандарҙы иҫкә алдыҡ
Ветерандарҙы иҫкә алдыҡ
Автор:
Читайте нас