-21 °С
Болотло
Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылының ағинәйҙәре һалдаттарыбыҙға талҡан ризығын әҙерләне. “Талҡан - туҡлыҡлы ризыҡ. Бәләкәй генә булһа ла Еңеүгә өлөшөбөҙ инһен ине, һағынғанда беҙҙең күстәнәстәр йәнегеҙгә йылы биреп, еңеүгә көс-ҡеүәт өҫтәһен! Һау-сәләмәт йөрөп ҡайтығыҙ”, - тип ағинәйҙәр изге теләктәрен теләй.
Инәйҙәрҙең күстәнәсе барып етһен, телегән теләктәре бойомға ашһын!