Ошо көндәрҙә Сосновка ауылында "Батырҙар үҫтергән әсәләр" исемле сара үтте. Был сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Сараға хәҙерге ваҡытта МХО-ла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең әсәләре, өләсәйҙәре һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе А. С. Мөхәмәтшин, "Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе Ә. Х. Байегетова, Йылайыр ауыл биләмәһе хәрби эштәр хеҙмәткәре Д. Б. Фәхретдинова, ауылыбыҙ старостаһы И. Х. Ғөбәйҙуллин саҡырылды.
Әсәләр көнө уңайынан ойошторолған сара МХО-ла ҡатнашҡан егеттәрҙең әсәләренә ихтирам күрһәтеү, хәсрәтле уйҙарынан әсәләрҙе бер аҙға айырыу, аҙ ғына булһа ла күңелдәре күтәреү маҡсат менән байрам ойошторолдо. Әсәләргә бүләктәр тапшырылды. (Бағыусыһы—КФХ етәксеһе М. М. Мөрсәлимов). Байрамды музыкаль яҡтан "Әхирәттәр" фольклор төркөмө биҙәне. Ҡунаҡтар менән берлектә маскировкалау селтәре үреү ойошторолдо, гуманитар ярҙам йыйылды, район гәзитенә яҙылыу ойошторолдо. Һәр яҙылыусыға спонсорҙар—КФХ етәкселәре (М.М.Мөрсәлимов, И.Х.Ғөбәйҙуллин, Р.Т.Йәкиев, Р.М.Мөрсәлимов, Н.Н.Рәхмәтуллин, Х.Х.Вәхитов)тоҡлап бойҙай, арпа, һоло бүләк итте.
Йылайыр ауыл биләмәһе депутаты Рәүф Ринат улы Ҡоланбаев ярты йылға "Һаҡмар" гәзитенә подписка бүләк итте. Был бүләк ауылыбыҙҙың иң оло ирекмәне, ағинәй Хәлиҙә Дауыт ҡыҙы Ибраһимоваға эләкте.
Ауылыбыҙҙың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Ҡоролтайҙан, Йылайыр ауыл советынан Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Зәйтүнә Таһир ҡыҙы Рәхмәтуллина, ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе, сараны ойоштороусы.