—Амур Зиннәтулла улы, ауыл биләмәһендә күпме кеше йәшәй?
—Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай, Түбәнге Яйыҡбай, Иҫән, Байым, Икенсе Этҡол ауылдарын берләштергән биләмәлә 2674 кеше йәшәй. Халыҡ башлыса үҙенең хәләл көсөнә таянып көн күрә. 7 крәҫтиән-фермер хужалығы бар, «Салауат» йәмғиәте, шәхси эшҡыуарҙар—беҙҙең төп терәк. Улар ниндәй генә сара ойошторһаҡ та ярҙамға килә. Үҙ ерен яратҡан, уның төҙөклөгөн хәстәрләгән, киләсәген уйлаған ауылдаштар менән эшләүе күңелле.
—Бөгөн күп кенә ауылдарҙа юл һәм яҡтылыҡ мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Был йәһәттән һеҙҙә хәлдәр нисек?
—Бөтә ауылдарға ла яҡтылыҡ үткән тип әйтерлек, Үрге Яйыҡбайҙа был мәсьәләне хәл итергә ҡалды. Юлдарҙы мөмкин тиклем тәртиптә тоторға тырышабыҙ. Былтыр Икенсе Этҡол, Байым, Үрге Яйыҡбайҙа өлөшләтә ремонт эшләнде, дөйөм оҙонлоғо—3 километр 800 метр. Ниғәмәттә 4 километр 80 метр юлға ҡырсынташ түшәлде. Киләһе йылда ла был юҫыҡта эштәр дауам ителәсәк.
—Ә ҡыштарын юл таҙалау проблемаһы тыумаймы?
—Юҡ, ауылда техникалы кешеләр бар, улар менән килешеп эшләйбеҙ. Иҫән ауылында хәлдәр мәшәҡәтлерәк, буран һала ла ҡуя. Унда Баймаҡтан юл-коммуналь хужалығын йәлеп итергә тура килә.
—Ауылдарҙы үҫтереү, төҙөк-ләндереү йәһәтенән төрлө дәүләт программалары бар. Уларҙа ҡатнашаһығыҙмы?
—Әлбиттә, бер мөмкинлекте лә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһы сиктәрендә мәктәптәр йылылыҡ селтәрҙәрен көйләргә, тәҙрәләрҙе, ҡыйыҡтарҙы алмаштырырға тырыша. Балалар майҙансығы булдырылды. Бы-йыл Байым ауылы мәктәбендә Йәмғитәте өйрәнеү кабинеты йыһазландырылды. Икенсе йыл Ниғәмәт ауылы ҡатнашырға иҫәп тота. Шулай уҡ «Аныҡ эштәр» программаһы сиктәрендә Иҫән ауылында зыяратты кәртәләүгә тимер бағаналар алынды. Халыҡ аҡса йыйып, ҡойманы яңыртты.
—Йәшелләндереү йәһәтенән ниҙәр эшләнә?
—«Йәшел Башҡортостан» акцияларына ҡушылып торабыҙ. Көҙ урмансы менән берлектә бер гектар майҙанға ҡарағай ултырттыҡ. Ҡоролтай аллеяһы бар.
—Халыҡ үҙ көсө менән йәшәгәс, мал да күптер. Ҡарауһыҙ йөрөгән мал юҡмы? Көтөү миҙгелендә көтөүсе буламы?
—Мал һаны йылдан-йыл кәмей бара. Кеше йылдан-йыл йылҡыға өҫтөнлөк бирә бара. Сығарып ебәрәһең дә тибендә йөрөй, анһат һымаҡ. Әммә уның кире яҡтары бик күп. Бесәнлектәрҙе тапай, юлға сығып, юл ҡазаһы сәбәпсеһе булыуы ихтимал. Шуға сходтар үткәреп, ҡарауһыҙ ҡалдырмау, штраф һалыныу ихтималлығы хаҡында аңғартып торабыҙ. Көтөү ҙә мәлендә ойошторола, көтөүселәр була.
—Хәҙер йәштәр ситкә китә. Ауылдар ҡартая, буш торған өйҙәр күбәйә. Икенсе Этҡол ауылында буш өйҙәр күп тип ишеткәйнек...
—Эйе, Икенсе Этҡолда 89 өй буш тора. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Ата-әсәһе мәрхүм булыу сәбәпле, бушап ҡалған өйҙәрҙе тәртиптә тоторға саҡырабыҙ. Кешенең төрлөһө бар: аңлағаны, аңламағаны... Ауыл төҙөк, матур булһа, унда йәшәүе лә күңелле икәнен һәр кем аңларға тейеш. Был йәһәттән
ауыл депутаттары, старосталар ярҙамы менән өмәләр ойошторола. Ғөмүмән биләмә буйынса алғанда, урында мәктәп бар, фельдшер-акушер пункты, мәҙәниәт йорто, мәсеттәр эшләй. Тик бөтә кеше лә эшҡыуар булып китә алмай, кемдер вахта ысулы менән эшләп, ауылда торһа ла балаһын интернатҡа йөрөтөп уҡыта. Сөнки бөгөн ауылдарҙа уҡытыусылар етмәй, үҙ фәненән тыш, икенсе фәндән белем биреүселәр бар. Әлбиттә, һәр кем уҡыу сифатын, баланың киләсәген уйлап ситкә китә. Был беҙгә генә түгел, башҡа төбәктәргә лә ҡағылалыр. Хәҙер бит ҡалаларҙа ла уҡытыусылар етмәй.
—Бөгөн махсус хәрби операция—көнүҙәк. Һеҙҙән ил һағына китеүсе егеттәр күп кенә. Уларҙың ғаиләһенә ярҙам итеү ойошторолғанмы?
—Ниғәмәт ауыл биләмәһенән 20 ир-егет мобилизацияға эләкте. Бынан тыш, үҙҙәре теләп китеүселәр бихисап. Ошо ауылда тыуып, бөгөн ситтә йәшәүсе, үҙе йәшәгән төбәктән хәрби операцияға юлланыусылар ҙа бар. Шәхси эшҡыуарҙар ярҙамға килә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ашлыҡ менән ярҙам итә, бесән-һалам ташып бирә. Хакимиәткә һорауҙары булһа ла ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырышабыҙ.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
Бөгөн һәр кем махсус хәрби операцияға ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша.
Ниғәмәт ауылының мәҙә-ниәт йортонда ирекмәндәр төркөмө эшләй. Улар менән Фәнүрә Фәзулла ҡыҙы Ғәббәсова етәкселек итә.
—Махсус хәрби операция башланғас та, хаҡлы ялдағылар, ағинәйҙәр берләшеп егеттәребеҙгә ярҙам итеү хаҡында уйлаштыҡ. Ауылдың чатына хәбәр һалғас та халыҡ дәррәү ҡушылды, аҡса йыйҙы. Маскировкалау селтәре үрергә өйрәнеп алдыҡ. Станокты ҡул эше оҫтаһы Самат Шәрипов эшләп бирҙе. Уның өсөн материалды интернет аша заказ биреп, ОЗОН-дан алабыҙ. Миҙгелгә ҡарап уларҙың төҫө үҙгәреп тора. 4 метрға 6 метр ҙурлығындағы маскировка селтәре әҙерләйбеҙ, әле 17-сеһен үрәбеҙ. Һәр кемдең үҙ эше. Олораҡтар ултырып ҡырҡа, йәшерәктәр сетканы тороп үрә. Төштән һуң кем бушай—шулар килә. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа ваҡыт табып инеп сыға. Шулай ҙа иң әүҙемдәрҙе телгә алып үтер инем. Улар—Мәхмүзә Ғәббәсова, Әлифә Мансурова, Гөлсирә Мансурова, Әлсимә Кашапова, Таңһылыу Хажина, Гөлшат Хәсәнова, Гөлгөнә Кәримо-ва, Фәрзәнә Мөхәрләмова, Гөлсирә Дәүләтшина, Зи-лә Абайдуллина, Рәймә Шәрипова, Фәтхулла Кә-римов, Айрат Бибиниязов, Мөхтәр Ғатауллин, Мансур Таһиров, Хөсәйен Ғайсин, Фирҙәүес Хәсәнова, Фирүзә Хажина, Сафия Сәфиуллина, Рәйсә Мырҙағәлина, Рәмилә Күсеева, Гөлбикә Кейекбаева һәм башҡалар. Күрше ауылдарҙан да киләләр. Халыҡ бик дәррәү,—ти Фәнүрә Фәзулла ҡыҙы.
Ысынлап та, ниғәмәттәр мәсьәләнең мөһимлеген аңлай. Ауыл чатында ярҙам йыйыу иғлан ителеү менән барыһы ла хуплап ҡаршы ала, кемдер аҡсалата, кемдер әйберләтә ярҙам күрһәтә. Оҫта ҡуллы ханымдар дронға ҡаршы юрғандар текһә, башҡалар ҡотҡарыу беләҙектәре, окоп шәмдәре эшләй. Ауылдағы «Таһир», «Саян» магазиндарына, универмагка «Изгелек ҡумталары» ултыртылған. Унда һәр кем оҙаҡ һаҡлана торған ризыҡтар, гигиена әйберҙәре, кейемдәр ҡалдыра.
Күреүегеҙсә, Ниғәмәт ауылында махсус хәрби операцияға ярҙам итеү эше ойошҡанлы бара. Халыҡтың аңлап ҡабул итеүе, дәррәү булыуы тик маҡтауға лайыҡ.
Резеда Усманова.