Махсус хәрби операция яугире Марсель Ғәбитов менән беҙ уҙған йыл ғына күрешкәйнек. Ул яраланып, дауаланғандан һуң, ялға ҡайтҡан ине. Илһөйәр, ҡыйыу, үҙе теләп Ватан һағына баҫҡан йәш егеттең ата-әсәһе көнө-төнө уға һаулыҡ, ғүмер теләне, ғаиләһе менән ураҙа тотто, ҡорбан салдырҙы... Тик тормош аяуһыҙ. Быйыл май айында Марсель, 24 йәшенә лә етә алмай, батырҙарса һәләк булды.
Марсель Ғәбитов Украинаның Авдеевка, Очеретино, Селидово ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Тәүҙә штурмлаусы, артабан АГС-17 операторы, радилэлектрон көрәш системаһының отделение командиры, махсус тәғәйенләнештәге подразделениела (спецназ) үҙ бурысын үтәй. Ике тапҡыр ҡаты яралана.
“Батырлыҡ өсөн”, “Ҡыйыулыҡ өсөн”, “Радилэлектрон көрәш системаһында хеҙмәте өсөн”, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы” миҙалдары менән бүләкләнә.
Бөгөн Марсель Ғәбитов белем алған Әбделкәрим ауылы мәктәбендә батырҙың яҡты иҫтәлегенә “Герой партаһы” асылды. Иҫтәлекле сарала яугирҙең ата-әсәһе, һеңлеһе Азалия, туғандары, уҡытыусылары ҡатнашты. Барыһы ла Марселде кешелекле, ярҙамсыл, итәғәтле, эшлекле, тырыш, ҡыйыу егет тип иҫкә алды.
“Герой партаһы”нда ултырыу хоҡуғы уҡыу алдынғылары Гөлшат Юлаеваға һәм Рузилә Йәнсуринаға бирелде.
* “Герой партаһы” асыу сараһы хаҡында тулыраҡ “Атайсал” гәзитенең киләһе һанында уҡырһығыҙ.