Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Ноябрь 2025, 10:10

«Ҡурай»ҙы туристар үҙ иткән

Башҡортостан—туристар ағымы артҡан төбәктәр исемлегенә инә. Республикабыҙҙа былтыр туристар һаны 2,3 миллион берәмектән ашҡан. Туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн республика уңайлы мөмкинлектәр булдыра. Республика Башлығы инвестиция сәғәттәре барышында шәхси рәүештә проекттарҙы ҡарай, уларға ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.

«Ҡурай»ҙы туристар үҙ иткән
«Ҡурай»ҙы туристар үҙ иткән

Туризм үҫеше төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәттәр күрһәтеү кеүек барлыҡ тармаҡтарға булышлыҡ итә. Инфраструктураның һәм туризм хеҙмәттәренең сифатын күтәреү аҡсаның төбәккә килеүенә лә йоғонто яһай.
Республикабыҙҙа туризм тар-мағының үҫеше төбәк халҡына һәм ситтән килгән ҡунаҡтарға Башҡортостандың күркәм тәбиғәтен танытыу йәһәтенән дә булышлыҡ итә. «Һәр муниципалитетта ҡаланың йәки райондың туризм яғынан ылыҡтырыу көсөнә эйә уникаль саралары булыуы мөһим»,—тигәйне республика Башлығы үҙенең сығышында.
Һуңғы йылдарҙа эске туризмды үҫтереү буйынса Хәйбулла районында маҡсатлы эш алып барыла. Һаҡмар йылғаһы буйлап тын тултырмалы һалдарҙа, каркаслы-йыйылмалы байдаркаларҙа, катамарандарҙа туристарға ағып төшөү өсөн мар-шруттар булдырылған, экотуризм һәм социаль туризмдар йүнәлешендә лә үҙ эшен асҡан йүнселдәр бар.
Эшҡыуарлыҡтың төрлө йүнәле-шендә ярайһы уҡ ҙур уңыштарға ирешкән билдәле эшҡыуар Илшат Игебаевтың эшмәкәрлеге лә туризм менән бәйле.
Уның йәмле Һаҡмар йылғаһы буйындағы Йәнтеш ауылы эргәһендә урынлашҡан «Ҡурай» ял базаһы тиҙ арала районда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә популярлыҡ яулаған.
Ғаиләһе менән сит илдәргә сәйәхәт итергә яратҡан, башҡа төбәктәрҙең һәм илдәрҙең матурлығын күргән Илшат Игебаев күптән инде тәбиғәттә ял итеү өсөн уңайлы урын булдырыу теләге менән яна. Үҙенең бизнес-планын тормошҡа ашырыу өсөн район хакимиәтендә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашып, 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алыуға ирешә.
—Үҙем сәйхәт итергә яратҡан кеше булараҡ, һәр саҡ яҡташтарымдың йәмле тәбиғәт ҡосағында йылға тауышын тыңлап, саф һауала ял итеүен, тирә-яҡтың матурлығы менән һоҡланыуын теләнем,–ти Илшат Игебаев.—Бүленгән аҡсаға квадроцикл һәм 6 метрлыҡ тирмә һатып алдыҡ. Шулай уҡ үҙ аҡсама ҡойма, 100 кешелек беседка, тирмә ултырттыҡ, асыҡ сәхнә төҙөнөк. Ләкин урындың потенциалы күпкә ҙурыраҡ икәнен аңлап, тағы ла ике ҡатлы дубль-йорт төҙөлөшө башланыҡ. Киләсәктә ял базаһы исеме есеменә тап килерлек булһын өсөн биләмәлә ҡурайға һәйкәл һәм музей асырға теләйем. Ҡурай—башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы, уның бренды. Район халҡы һәм ҡунаҡтары ошо музыка ҡоралын баһалаһын һәм белһен ине.
Ике миҙгел буйына ял базаһында Башҡортостан эстрадаһы артистары ҡатнашлығында төрлө концерттар, шулай уҡ юбилейҙар, класташтарҙың осрашыуҙары үткән. Әле ҡышҡы ялды ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеү өсөн шарттар тыуҙырыла. Экстремаль тау саңғыһы өсөн, «Буран» ҡарйөрөгөстәрендә төрлө маршруттар ҡарала.
Төбәктәге туризм үҫеше туристарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, эш урындары барлыҡҡа килтерә, ра-йон иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә.

 


Кәримә Усманова.

Автор: Кәримә Усманова
Читайте нас