Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
24 Октябрь 2025, 10:00

Тик ултырыу—әбештәргә хас түгел

Әбеш ауылы халҡы ҡул ҡаушырып ултыра белмәй. Әленән-әле өмәләр ойоштора. Афарин!

Тик ултырыу—әбештәргә хас түгел
Тик ултырыу—әбештәргә хас түгел

Хәйбулла районы Оло Әбеш ауылында төрлө төҙөкләндереү эштәре әүҙем дауам итә.
Ошо көндәрҙә Бөйөк ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған иҫтәлекле урында тағы бер обелиск барлыҡҡа киләсәк - ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы батыр яугир- яҡташтарыбыҙға арнала. Шулай уҡ Оло Әбеш ауылы зыяратында ерләнгән Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашҡан фронтовиктарҙың исемлектәре яңыртып ҡуйылған.
- Әбеш ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре туҡтамай. Яңы юл знактары ҡуйыла, ҡоймалар алыштырыла, кисәге көн Әбеш тауы башындағы беседканы ремонтлап буяп ҡуйҙыҡ. Сөнки ул ауылға етеп килгәндәге иң беренсе ҡоролма. Уның янында туйҙарҙы, ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршылайбыҙ. Сираттағы матур урын "Сәйфөлмөлөк өйәнкеһе". Матур итеп буяп, тәртипкә килтереп ҡуйҙыҡ. Хакимиәт һәм клуб хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, - ти өмәләрҙе ойоштороусы ауылдаштар.

Тик ултырыу—әбештәргә хас түгел
Тик ултырыу—әбештәргә хас түгел
Автор:
Читайте нас