-21 °С
Болотло
18 сентябрь Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда «Өс ул үҫтергән әсә» исемле бай йөкмәткеле сара үтте. Сараның төп ҡунағы, ике батыр яугир әсәһе - Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы Мырҙағәлина булды. Ул күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәгән көслө рухлы әсә. Музыкаль номерҙар, ихлас ҡотлауҙар һәм йылы хәтирәләр менән аралашып барған матур кисә аҙағында Дилә Вәлиәхмәт ҡыҙы ауыл мәҙәниәт йортона шәп музыкаль аппаратура бүләк итте. Барлыҡ батыр яугир тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәйҙәр оло рәхмәткә һәм ихтирамға лайыҡ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ!