Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
18 Октябрь 2025, 17:20

Турат халҡынан--яугирҙәргә

Хәйбулла районы Турат ауылы халҡы бер башмаҡ һуйып, яугирҙәргә быҡтырылған ит әҙерләне.

Турат халҡынан--яугирҙәргә
Турат халҡынан--яугирҙәргә

Хәйбулла районы халҡы махсус хәрби операцияға күмәк көс менән ылау әҙерләне. Был мәрхәмәтлек сараһынан Турат ауылында йәшәүселәр ситтә ҡалманы. Улар йыйылған аҡсаға башмаҡ һатып алды һәм быҡтырылған ит әҙерләне. Ҡалған ит өлөштәрен хәйер итеп урындағы халыҡҡа өләште.

Тыуған яҡ күстәнәсе имен-һау барып етһен, яугирҙәребеҙ ҡыуанып ҡабул итһен. Тиҙерәк тыныслыҡ яулап, иҫәнлектә яҡындары янына ҡайтырға яҙһын.

 

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас