Кисәне алып барыусы директорҙың тәрбиәүи эш буйынса урынбаҫары Рәшиҙә Ғәфүр ҡыҙы: "Күгиҙел ауылында тыуып-үҫкән офицер, яугир-интернационалист Илдус Мәһәҙиев махсус хәрби операцияға Тыуған ил саҡырыуы буйынса юллана. Ул мотоуҡсылар полкы составында взвод командиры булып бер йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияла Илдус Рәфҡәт улы батырҙарса һәләк була. Яу яланында үҙен аямай күрһәткән ҡыйыулығы өсөн ул, үлгәндән һуң, Ҡаһарманлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградлана".
Сараға яугирҙең ҡатыны Флүрә Йомабай ҡыҙы һәм балалары саҡырылды. Мәктәп директоры Арсен Арслан улы, ауыл хакимиәте башлығы Данис Рәфҡәт улы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, яугирҙең коллегаһы, ауылдашы Миләүшә Мансур ҡыҙы сығыш яһап мәрхүмдең ни тиклем ихлас, тырыш, эшһөйәр, кешелекле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, уның ғаиләһенә һаулыҡ, сабырлыҡ теләне.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында ултырған "Герой партаһы"на төрлө конкурс еңеүселәре, уҡыу алдынғылары ултырасаҡ. Был проекттың маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тәрбиәләү. Ил азатлығы өсөн ғүмерен биргән Илдус Мәһәҙиевтың батырлығын онотолмаҫ, уның яҡты иҫтәлеге яҡташтары күңелендә һәр ваҡыт һаҡланыр.
РАЙХАНА БУЛАТОВА, китапханасы.