Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Октябрь 2025, 15:30

Һыйлы көнөң--һыйырҙа

Һөттән нимәләр әҙерләргә була? Хужабикәләр осрашып, кәңәшләште.

Һыйлы көнөң--һыйырҙа
Һыйлы көнөң--һыйырҙа

Кисә, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөндә, Йылайыр районы Һултантимер ауылында һөт ризыҡтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Сарала Яманһаҙ, Юлдыбай, Үрге Ғәле, Байғужа, Сидоровка, Йомағужа ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты.

Уңған хужабикәләр үҙ белгәндәре менән уртаҡлашты. Аҡтан традицион һәм заманса тәмлекәстәр әҙерләү серҙәрен һөйләнеләр. Оҫталыҡ дәресе йылы, дуҫтарса мөхиттә үтте.

Әлеге сара традицион рецептарға һаҡсыл ҡарарға сағырып ҡына ҡалманы, ауылдар араһындағы дуҫлыҡты нығытты.

 

Һыйлы көнөң--һыйырҙа
Һыйлы көнөң--һыйырҙа
Һыйлы көнөң--һыйырҙа
Автор: Резеда Валиева
Читайте нас