

Сосновка ауылында Ололар көнөнә арналған матур сара үтте. Сараға өлкән быуын-хеҙмәт ветерандары саҡырылды.
Байрам программаһында "Көҙгө уңыш йәрминкәһе" , МХО егеттәренә гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәре үреү, 2026 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу ойошторолдо. Сара ауылыбыҙҙың дәртле ҡатын-ҡыҙҙары әҙерләгән күңелле генә концерт программаһы менән оҙатыла барҙы. Махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәр иҫәнлегенә аяттар бағышланды. Байрамға килә алмаған ололарға кулек-күстәнәс ебәрелде.
Спонсорҙар булып ауылыбыҙҙың фермер хужалыҡтары: Илдар Ғөбәйҙуллин, Хәйрулла Вәхитов, Миндәүләт Мөрсәлимов, Нур Рәхмәтуллин һәм шәхси хужалыҡтан Таңһылыу Комиссарова.
Зәйтүнә Таһир ҡыҙы Рәхмәтуллина, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, сараны ойоштороусы.