

Баймаҡ ҡалаһында мосолмандар зыяратын кәртәләү буйынса өмә июль айында уҡ башланғайны. Ул уҙған йома тамамланды.
Өмәгә ҡаланың барлыҡ учреждение, ойошма-предприятиелары коллективтары йәлеп ителде. Тәүге көндәрҙә үк 36 тимер бағана, ике йөҙ метрҙан ашыу тимер рәшәткә ҡуйылғайны.
—Мосолман зыяратының торошо минең Баймаҡтағы тәүге эш көндәренән үк борсолоу тыуҙыра ине. Мәңгелек йортто төҙөкләндере—беҙҙең изге бурысыбыҙ. Унда ата-бабаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ мәңгелек тыныслыҡ тапҡан. Артабан да бында төҙөкләндереү эше дауам итәсәк,—тип белдергәйне июль айында район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.
Дөйөм тырышлыҡ менән башлаған изге эш уңышлы тамамланды. Бында һәр кем үҙ өлөшөн индерҙе: кемдер төҙөлөш материалдары һатып алыуҙа ярҙам итһә, кемдер техника бирҙе, ә кемдер үҙ хеҙмәтен һалды. Шәхси эшҡыуар Ҡараев Мамедалы Баһрам улына урындағы халыҡ айырым рәхмәтле, ул льготалы хаҡҡа ҡоймалар биргән.
—Өмәнән ситтә ҡалмаған һәр кемгә—өйҙә ултырып ҡалмаған хөрмәтле пенсионерҙарға, шәхси эшҡыуарҙарға, хеҙмәт коллективтарына, шулай уҡ ҡала һәм район хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә, ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Һеҙгә ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм изгелек теләйем! Һәр кесаҙна өмәләрҙә ҡатнашып, ҡалабыҙҙың таҙалығы һәм уңайлылығы хаҡында бергәләп хәстәрлек күрергә саҡырам. Баймаҡ—беҙҙең уртаҡ йортобоҙ, уның именлеге, төҙөклөгө һәр беребеҙгә бәйле! Өмәләргә ҡушылығыҙ,—тип мөрәжәғәт итә район башлығы.