АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
19 Сентябрь 2025, 10:05

Ветерандар ихатаһында ниҙәр бар?

Ололар оҫталығы менән хайран итте.

Ветерандар ихатаһында ниҙәр бар?Ветерандар ихатаһында ниҙәр бар?
Ветерандар ихатаһында ниҙәр бар?

Хәйбулла районының хозур төбәгендә—Ивановка ауыл советы биләмәһендә элек Утарбай тигән ауыл булған. Бында ҡасандыр тормош ҡайнап торған. Күптән түгел Утарбайҙа, элек ысын мәсет торған урынға иман йортон хәтерләткән ғәҙәти булмаған арт-объект күтәрҙеләр. Ул был тарафҡа килгән ҡунаҡтарҙы йәлеп итеп тора.

Арт-объект асыу идеяһы урындағы имамдан һәм уның фекерҙәштәренән килә. Улар үҙҙәренең кесе атайсалын онотмай һәм йәш быуынды тарихты белергә саҡыра. Уларҙың идеяһын ауылдаштар күтәреп ала, күмәк көс менән арт-объект асырға ниәт итәләр. Шул саҡ бағыусылар ҙа табыла.

Әйтергә кәрәк, арт-объект заманса материалдар менән матур итеп эшләнгән. Уның нәфис формалары мосолман архитектураһының традицион элементтары менән ауаздаш.

Инициаторҙар киләсәктә уның тирә-яғына емеш ағастары ултыртырға планлаштыра. Беҙҙең арала тыуған яғын ҡәҙерләгән, уның тарихи һәм мәҙәни мираҫын онотмаған, киләсәккә тапшырырға тырышҡан замандаштарҙың булыуы ҡыуандыра.

 

Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында «Ветеран ихатаһы» исемле зона конкурсы үтте. Аҡъюл ауылы биләмәһе Әбеш ауылы биләмәһенән килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы тарафынан уҙғарылған конкурс бер нисә ауыл биләмәһен берләштереп, зоналарҙа ойошторола. Бығаса был ярыш Ивановка, Яңы Ергән һәм Өфө ауылдары биләмәһендә үткәйне.

Өлкән быуындың хеҙмәтенә һәм әүҙемлегенә хөрмәт күрһәтеп, улар менән шатлыҡтарын уртаҡлашырға һәм һәр ҡатнашыусының тыуған ауылын үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләргә почетлы ҡунаҡтар килде: район һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Рыҫбикә Аллағолова, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Рәзилә Ишназарова һәм инвалидтар йәмғиәте рәйесе Гөлсирә Хәкимова. Был көндө улар шулай уҡ Аҡъюл ауыл биләмәһендәге тыл эшсәндәренең һәм инвалидтарының ғаиләләренә иғтибар бүлеп, уларға үҙҙәренең хөрмәтен белдерҙе һәм ҙур булмаған бүләктәр тапшырҙы.

Ғәҙәттәгесә, конкурс бер минут тынлыҡ һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә арналған иҫтәлекле стелаларға веноктар һалыуҙан башланды. Мәктәп музейында ауыл биләмәһе ветерандары советы рәйесе Хисам Абдуллин фронттан әйләнеп ҡайтмаған яҡташтарының фотолары менән стенд тәҡдим итте. Уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар тураһында материалдар йыйыу буйынса күп йыллыҡ тырышлығы айырым һоҡланыуға лайыҡ.
Жюри килеүгә конкурсанттар үҙҙәренең ҡул эштәренән торған мул өҫтәл әҙерләгән ине. Айырыуса иғтибарҙы ҡабаҡтар, ташҡабаҡтар һәм патиссондар йәлеп итте, уларҙан ысын сәнғәт әҫәрҙәре ижад ителгән ине. Хатта йылға балыҡтары менән аквариум да экспозицияның бер өлөшө булып тора! Йәшелсә, емеш-еләк муллығынан өҫтәл һығыла. Хужабикәләр шулай уҡ сигелгән, тегелгән, бәйләнгән ҡул эштәре менән һоҡландыра. Барыһы ла оҫталығы менән таң ҡалдыра! Ә улар башҡарыуындағы йырҙар һәм шиғырҙар иҫ киткес! Улар хатта вальста әйләнә һәм дәртле ритайымға төшә! Сара аҙағында һәр конкурсант лайыҡлы бүләктәр алды, ә бергәләп сәй эсеү был сағыу көндөң матур финалы булды.

Мәғлүмәт һәм фото: Хәйбулла районы хакимиәте.

Ветерандар ихатаһында ниҙәр бар?
Ветерандар ихатаһында ниҙәр бар?
Ветерандар ихатаһында ниҙәр бар?
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас