АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
19 Сентябрь 2025, 06:20

Утарбайҙың изге урыны

Элекке мәсет урынында арт-объект асылды.

Утарбайҙың изге урыныУтарбайҙың изге урыны
Утарбайҙың изге урыны

Хәйбулла районының хозур төбәгендә—Ивановка ауыл советы биләмәһендә элек Утарбай тигән ауыл булған. Бында ҡасандыр тормош ҡайнап торған. Күптән түгел Утарбайҙа, элек ысын мәсет торған урында, иман йортон хәтерләткән ғәҙәти булмаған арт-объект күтәрҙеләр. Ул был тарафҡа килгән ҡунаҡтарҙы йәлеп итеп тора.

Арт-объект асыу идеяһы урындағы имамдан һәм уның фекерҙәштәренән килә. Улар үҙҙәренең кесе атайсалын онотмай һәм йәш быуынды тарихты белергә саҡыра. Уларҙың идеяһын ауылдаштар күтәреп ала, күмәк көс менән арт-объект асырға ниәт итәләр. Шул саҡ бағыусылар ҙа табыла.

Әйтергә кәрәк, арт-объект заманса материалдар менән матур итеп эшләнгән. Уның нәфис формалары мосолман архитектураһының традицион элементтары менән ауаздаш.

Инициаторҙар киләсәктә уның тирә-яғына емеш ағастары ултыртырға планлаштыра. Беҙҙең арала тыуған яғын ҡәҙерләгән, уның тарихи һәм мәҙәни мираҫын онотмаған, киләсәккә тапшырырға тырышҡан замандаштарҙың булыуы ҡыуандыра.

Утарбайҙың изге урыны
Утарбайҙың изге урыны
Утарбайҙың изге урыны
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас