

Ҡала көнө менән бер үк көндө уҙғарылған «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестһабантуйы Сибай концерт-театр берекмәһе биләмәһендә үтһә, Ҡала көнөнә арналған саралар Үҙәк майҙанда ойошторолдо. Иртә таңдан күршеләр—бөрйәндәр, баймаҡтар, белореттар, хәйбуллалар, йылайырҙар, ырымбурҙар һәм башҡа төбәктәрҙән килеп еткәндәр ине. Һәр кем үҙ тирмәһен ҡороп, үҙ төбәгенең төп шөғөлөн күрһәтергә тырышты. Бөрйәндәр солоҡсолоҡ эшен сағылдырып, бал күргәҙмәһе эшләһә, белореттар шифалы үләндәр, мунсала ҡулланыла торған төрлө тәбиғи майҙар тәҡдим итте. Ырымбурҙар дебет шәле менән һоҡландырһа, хәйбуллалар һәр төрлө ҡорото менән хайран итте. Райондарҙан килгән ҡул эше оҫталарына ҡарап, беҙҙең төбәктә эшһөйәр, тырыш халыҡ йәшәгәнен аңларға була. Ҡасандыр күрше райондарҙан килеп төпләнеп, Сибайҙы булдырыуға, уны үҫтереүгә көс һалып, бөгөн ҡаланың төп халҡын тәшкил иткән замандаштарыбыҙ ҙа шундай уҡ егәрле, эшсән, ихлас. Нәҡ уларҙың фиҙакәр хеҙмәте менән ҡалаға нигеҙ һалынған, киләсәге төҙөлгән.
1955 йылдың 21 ноябрендә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән Сибайға ҡала статусы бирелә.
Бөгөн ул Урал аръяғының баш ҡалаһы ролен үтәй. Сибай институтында, колледждарҙа күрше райондарҙан килеп белем алалар, үҙәк ҡала дауаханаһында дауаланалар, А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрының, Сибай концерт-театр берекмәһенең сығыштарын көтөп алалар. Шуға күрә лә Ҡала көнө сиктәрендә үткән байрам сараларына сибайҙар ғына түгел, күршеләр ҙә ихлас ҡушылды.
Байрамдың тантаналы өлөшөндә Сибай тарихын яҙғандарҙың, бөгөнгөһөн бар иткәндәрҙең хеҙмәтенә дан йырланды, рәхмәт әйтелде. Бик күп яҡташтарыбыҙға Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт, Спорт, Сауҙа, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлыҡтарының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ Сибай ҡалаһы ҡала округының, Ҡала советының Почет грамоталары бирелде. «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһе лә күптәрҙең түшенә тағылды. Улар араһында «Атайсал» гәзитенең дуҫы, мәғариф ветераны Сәғиҙә Муллахмәт ҡыҙы Байназарова ла бар. Оҙаҡ йылдар ҡаланың 11-се мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусы заманында Сибайҙа башҡорт гәзитен булдырыуға ла үҙ өлөшөн индергән.
Шулай уҡ Ҡала көнө сиктәрендә бер төркөм сибайҙар юғары наградаларға лайыҡ булды.
Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы Надежда Николаевна Назароваға, 12-се мәктәп уҡытыусыһы Юлия Михайловна Логиноваға, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Гөлнара Мөҙәрис ҡыҙы Тимербулатоваға «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелде. Сибай ҡалаһының мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Рәмилә Хөснулла ҡыҙы Әлибаева-ға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре» исеме тапшырылды. Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Альбина Миңлеғәле ҡыҙы Әхмәтова, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Заһир Ғәни улы Ҡунаҡбаев «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Сибай концерт-театр берекмәһенең балет артисы Элина Илһам ҡыҙы Үҙәнова бынан ары «Башҡортостандың атҡаҙан-ған артисы» исемен йөрөтәсәк. «Водоканал» предприятиеһының авария-тегеҙеү эштәре слесаре Йәғәфәр Кинйәбай улы Юлыевҡа—«Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙ-
мәткәре», «Тейенкәй» балалар баҡсаһының шеф-ашнаҡсыһы Людмила Петровна Кочетковаға «Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» исеме бирелде. Бынан тыш, күптәргә Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сибай ҡалаһының Почетлы граждандары исемлеге лә артта. Улар рәтенә Сибайҙа кадеттар хәрәкәтен, патриотик клубтар ойоштороусы, отставкалағы подполковник, Афғанстан хәрәкәте хәрәкәте яугире П.Н.Армизонов, эшҡыуар, махсус хәрби операция яугире Ә.Ә.Аҫылбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре А.С.Ғәйнуллина, тимер юл тармағы алдынғыһы И.Б.Вәлиуллин, хеҙмәт ветераны Р.Х.Иванова, төҙөлөш тармағы алдынғыһы В.П.Назаров, Рәсәй Федерацияһының халыҡ
мәғарифы отличнигы, Башҡор-тостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре С.Н.Чернов өҫтәлде.
Күңелле бүләкләү тантанаһынан тыш, Үҙәк майҙанда, ҡаланың мә-ҙәниәт һәм ял паркында төрлө уйын-дар, спорт ярыштары уҙғарылды. Ҡаланың китапханалары әҙерләгән квест-уйындар, викториналар бик ҡыҙыҡлы булды. Һәр тармаҡ үҙенә бүленгән майҙанды темаға ярашлы биҙәүе лә маҡтауға лайыҡ. Мәҫәлән, «Әкиәт» балалар баҡсаһы һәр төрлө, сағыу ҡулсатырҙар эшләгән ине. Балалар һәм үҫмерҙәр модулле китапханаһы әҙерләгән китап кәштәһе рәүешендәге фотозона, сыйырсыҡ ояһы формаһындағы китап кәштәһе үҙенсәлекле булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте.
Сибайҙа ҡасандыр бар иткән, ҡала статусына алып барып еткергән тармаҡ ул—тау-байыҡтырыу эштәре.
Ҡала комбинатының бер төркөм ветерандары таусыларға ҡуйылған һәйкәлгә мәртәбәле ҡунаҡтар менән бергә сәскәләр һалды.
—Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатында эшләнек. Аҙаҡ тау-байыҡтырыу комбинаты үҙ ҡанаты аҫтына алды, хәҙер «Полиметалл» йәмғиәте ҡарауындабыҙ. Беҙҙең ветерандар советында 1923 кеше иҫәптә. Беҙҙе Ҡала көнөнә саҡырып, иғтибар һәм ихтирам күрһәтеүҙәренә шатбыҙ. Бына янымда Татьяна Иманова тора, ул мәктәпте бөткәс тә комбинатҡа эшкә килде, рудникта тир түкте. Уның ире Юрий алдынғы машинасы-экскаваторщик. Фәрзәнә Абрамовна фабрикала эшләне. Марат Исмәғил улы Йосопов оҙаҡ йылдар комбинатта эшләне, 20 йыллап ветерандар советын етәкләне. Ҡатыным Розаның атаһы Миҙхәт Исмәғил улы Ғәбитов комбинатҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы эшен туҡтатҡас йәл, әлбиттә. Әммә беҙҙе ташламауҙары, онотмауҙары, «Полиметалл» үҙ ҡанатына алыуы ҡыуандыра. Сибай үҫһен, халыҡҡа эш булһын, ҡала гөрләп торһон тип теләйбеҙ,—ти ветерандар советы рәйесе, элекке тау мас-
теры, карьер идаралығы инженеры Фәрит Хатип улы Макшуков.
Эйе, барыһы ла ҡаланың үҫеүен, төҙөкләнеүен, матурайыуын теләй.
Тантаналы сара барышында Башҡортостандың Премьер-министры А.Г.Назаров Сибайҙа уңайлы шарттар булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ тип белдерҙе. «Сибай Урал аръяғының баш ҡалаһы булып тора, ул Өфө, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙан ҡалышмаҫҡа тейеш. Шуға мөмкин тиклем шарттар булдырырға тырышабыҙ. Ата-олатайҙарыбыҙға, хеҙмәт ветерандарына фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәтлебеҙ.
Улар Сибайҙың үткәнен булдырған. Әлеге йәштәр уның яҡты киләсәген төҙөр тип ышанабыҙ»,—тине Андрей Геннадьевич.
Ҡала көнө байрамын Сибай-ҙың ижади коллективтары йыр-бейеү менән биҙәне. Уларға баш ҡалабыҙҙан килгән билдәле «йон-доҙҙар» ҡушылды. «Зәйнетдин» «Наҙгөл» этно-төркөмдәренең, Ка-ринаның, Динар Ғөбәйҙуллиндың, Тимур Рамаҙановтың һәм «Әй-йола» төркөмөнөң сығышын һәр кем ихлас ҡабул итте.
Сибайҙың киләһе юбилейҙарын тыныс күк йөҙө аҫтында ҡыуанып ҡаршы алырға яҙһын! Сибай үҫһен, йәшәһен!
Резеда Усманова.