АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
3 Сентябрь 2025, 09:50

Сибай ҡалаһына—70!

Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы, 5 сентябрҙә Ҡала көнө уҙғарыла. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы бай йөкмәткеле концерт, күңелле саралар көтә.

Сибай ҡалаһына—70!Сибай ҡалаһына—70!
Сибай ҡалаһына—70!

Көндөҙгө 12.00 сәғәттән киске 23.00 сәғәткә тиклем Үҙәк майҙанда концерт буласаҡ. Балалар сығышынан башланған концерт билдәле йырсылар, атап әйткәндә, Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры, Карина, «NAZGUI», «Зәйнетдин» этно-проекттары, «Әй-Йола» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһай. Шулай уҡ майҙанда төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, байрам сауҙаһы, уйындар ойошторола, фотозоналар эшләй.

«Урал аръяғы терраһы»нда, йәғни ял һәм мәҙәниәт паркында, иртәгне 10.00 сәғәттә 14.00 сәғәткә тиклем төрлө ярыштар уҙғарыла, бал йәрминкәһе үтә, йәйәнән уҡ атыу ярышы уҙғарыла, спорт уйындары ойошторола.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас