Төбәк һулышы
6 Август 2025, 14:30

Бүребай баҙары өр-яңы

Хәйбулла районының Буребай ауылында яңы баҙар төҙөлә. Пугачев урамындағы сауҙа майҙансығы һәр яҡлап уңайлы, заманса һәм хәүефһеҙ итеп эшләнә. Быға ҡәҙәр ауыл халҡы һәм эргә-тирәнән килеп аҙыҡ-түлек, әйберҙәр һатыусылар тар урында, транспорт ағымы көслө булған ерҙә сауҙа иткән. Баҙар төҙөү проектын «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте хәйриә программаһы сиктәрендә тормошҡа ашыра.  Иҫке йәкшәмбе баҙары, халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт хәүефле урын булып та иҫәпләнде. Үрҙә әйтеүебеҙсә, уның юл эсендә булыуы юл хәрәкәтенә ҡамасау яһаһа, тауарҙарҙың, аҙыҡ-түлектең йыш ҡына ерҙән һатылыуы санитар нормаларға тап килмәне. Шулай уҡ баҙар тирәһендәге шау-шыу, сауҙанан һуң сүп-сар өйөмө ҡалыуы, техниканың күпләп йыйылыуы арҡандар тығындар барлыҡҡа килеүе баҙарға терәлеп торған йорттарҙа йәшәүселәр араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. 

Бүребай баҙары өр-яңыБүребай баҙары өр-яңы
Бүребай баҙары өр-яңы

Яңы сауҙа майҙан был киҫкен мәсьәләләрҙең барыһын да хәл итә. Пугачев урамындағы иҫке йорттарҙа йәшәүселәр яңыларына күсерелгәс, бушаған майҙан баҙар майҙансығы булдырыу өсөн тулыһынса ҡулайлаштырылған. Газ торбалары алынған, 3000 квадрат майҙанға ҡырсынташ түшәлеп, ул тимер кәртәләү менән уратып алынған. Автомобилдәр ҡуйыу өсөн урын булдырылған. Һатыусыларға ла, ҡулланыусыларға уңайлы булһын өсөн яҡын арала 10 сауҙа павильоны ҡуйылырға тейеш.

Ошо арала яңы йәкшәмбе баҙары үҙ майҙансығын асасаҡ. Бүребайҙарҙы баҙарлы иткән, даими рәүештә урында йәшәүселәрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте социаль яуаплы статуслы предприятие булыуын тағы берҙе раҫланы.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас