

Эш еңелдән булмаһа ла, килемле. Сөнки бөгөн ауыл ерендә күпселек осраҡта һөттән генә «тере» аҡса эшләү мөмкинлеге бар. Көн һайын һауылған һөттән ҡаймағыңды бороп, май эшләгәнсе, көндәлек һауымды тапшырғанда күпкә отошло икәнлеген барыһы ла белә. Төп һөт йыйыу пункты Түбәнге Таһир ауылында урынлашҡан. Элекке «Һәүәнәк» совхозы
бүлексәһенән ҡалған бинаны тейешле ҡоролмалар, атап әйткәндә, һыуытыу ҡоролмаһы менән йыһазландырған. Көн һайын халыҡтан һөт йыйыусылар алып килгән «аҡ»ты лаборант Гүзәл Әлибаева тикшереп ҡабул итә. «Клевер-2» анализатор ярҙамында анти-биотикҡа һәм башҡа төрлө сирҙәр барлығына анализ алына, һөттөң ҡуйылығы тикшерелә.
Һөт тапшырыу пунктына барғанда, бер-бер артлы әллә нисәмә еңел автомобилдәр, һөт йыйыу машинаһы теҙелгәнлеген күрҙек. Баймаҡ районының Күгиҙел ауылынан Вәсил Сирусин, Ҡолсора ауыл биләмәһе ауылдарынан һәм Темәстән Басир Йосопов, Билал һәм Һәмән ауылдарынан Марат Хамматов һәм күрше Әбйәлил районы Буранғол ауылынан Морат Усманов көн һайын иртә менән ауыл халҡынан һөт йыйып алып килеп тапшыра.
«Һыйырҙың һөтө телендә» тигәндәй, йыл миҙгеленә генә ҡарап түгел, көнөндә лә һөттөң ҡуйылығы, күләме үҙгәреүсән, ти һөт йыйыусылар. Әле һөттөң иң мул сағы, ямғырҙар даими яуып торғанлыҡтан, үлән дә быйыл йомшаҡ, һутлы.
Һөт йыйыусылар араһы-нан иң күп һөттө Марат Хамматов ташый. Ул көнөнә бер тоннаға тиклем һөт тапшыра. «Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һөт йы-
йыуға ыңғай ҡарай. 5-6 һы-йыр һауғандар көнөнә 70-100 литр тапшыра ала. 10 көн һайын аҡсалата иҫәпләшеп баралар, айына 50 меңгә тик-
лем табыш алыусылар ҙа бар.
Эшем үҙемә оҡшай, иртә ме-нән ике ауылды әйләнеп сы-
ғам. Бөгөн ауылда йәшәһәләр ҙә күптәр мал тотмай, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл мал һанының кәмеүе күҙәтелә. Районда һөт эшкәртеү цехы булмауы ла насар, сифатлы һөт сит төбәккә китә»,—ти Марат Хамматов.
Әбйәлил районы Буранғол ауылынан һөт йыйыусы Морат Усманов шулай уҡ Баймырҙа ауылына ла һуғылып, бер-нисә шәхси хужалыҡтың һөттәрен алып килә.
—Баштараҡ һөт йыйғанда төрлө осраҡтар булғылай ине. Хәҙер һөт тапшырған ҡатындар өйрәнде инде, һау-ған һөттәренә бер ниндәй һыу ҡушмай, сифатлы итеп тапшыра. Хатта ҡуйыраҡ булһын тип күптәре иртәнге һауынды ныҡлап һауабыҙ, тип тә ебәрәләр. Лаборант Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Ҡуйылығы юҡ, һыу ҡушылған тип тотош һөт йыйыу машинаһын кире ҡайтарған саҡтары ла булды. Аҙна һайын һөт ветстанцияға анализға ебәрелә. Һөт мул осорҙа шәхси ихаталарҙа күп-
ләп мал тотоусыларға йәйге айҙарҙа ҡулдарына аҡса тап һөт тапшырыуҙан инә. Тәү ҡарауға ғына еңел тойола был шөғөл. Һөт тапшырған һәр кемдең ышанысын аҡларға
тырышабыҙ. Ауылдарға бил-дәле бер ваҡытта килеп өй-рәттек тә, хәҙер 15 минутҡа һуңлаһаң да борсолоп шылтырата башлайҙар,—ти оҙаҡ йылдар халыҡтан һөт йыйған Басир Йосопов.
Ауыл халҡынан һөт йыйып, уларҙы ашлы һәм эшле иткән Магнитогорск эшҡыуарына ҙур рәхмәтле һәр кем. Әйткәндәй, эшҡыуар Түбәнге Таһир ауылы халҡына бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә. Элек урамдар буйлап арбаға бидондар ултыр-
тып йөрөүсе, һөт йыйыусы-ларҙы һәр кем хәтерләйҙер әле. Хатта уларҙы ҡапҡа тө-бөнә сығып көтөп алалар ине. Бөгөн бындай күренеште ауылдарҙа осратып булмай-ҙыр, әммә әле лә был эштең дауам ителеүе ҡыуаныслы.
Ни тиһәң дә көндәлек һа-уымды пластик һауыттарға ҡойоп, ҙур-ҙур сумкаларға
тултырып, йөкмәп ҡайҙалыр алып барыу һатыу заманы күптән артта ҡалды.
Эшләгәндән йүнләгән үтә, ти халыҡ мәҡәле лә. Ауыл ҡатындарының һәр көн таң менән тороп, һыйырҙарын һауып, һөт йыйыусыларҙы көтөп, уларға һөт тапшырыуҙарына
һоҡланмау мөмкин түгел.
Кәримә Усманова.