Иҫегеҙҙә булһа, бынан бер нисә йыл элек Хәйбулла районы иң ҙур ҡорот эшләп, Рәсәй рекордын ҡуйҙы. Шуға ла бөгөн халы рәүештә хәйбуллалар үҙ ҡорото менән дан тота тиергә була.
Районда йыл һайын «Хәйбулла ҡорото» бренд сараһы уҙғарыла. Быйыл милли традицияларҙы һәм кәсептәрҙе тергеҙеүгә, шулай уҡ республикабыҙҙа һәм бөтә Рәсәйҙә гастрономия туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән этнофестиваль 16 августа Аҡъярҙа үтәсәк. Уның сиктәрендә төрлө тематик майҙансыҡтар эшләйәсәк. «Хәйбулла ҡорото» аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн уникаль майҙансыҡ буласаҡ. Урал аръяғы райондарынан, Ырымбур өлкәһенән, Ҡаҙағстандан ҡатнашыусылар көтөлә. Махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн милли продукт әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола.
«Хәйбулла ҡорото»нан ситтә ҡалмағыҙ! Йолалар һәм милли кәсептәр менән яҡындан танышығыҙ!
Фото: интернеттан.