АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Төбәк һулышы
22 Июля 2025, 11:40

Ауылға өмәгә ҡайттылар

Бергәләшеп ауылға ҡайтып өмә үткәргәндәр. Афарин! 

Ауылға өмәгә ҡайттыларАуылға өмәгә ҡайттылар
Ауылға өмәгә ҡайттылар

Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль селтәрендә яҙалар:

 

19 июль Моҡас ауыл биләмәһе 1-се Төркмән ауылында "Ауылыма ҡайттым өмәгә" исемле байрам сараһы үтте. Сарала Төркмән ауылы халҡы һәм ситтә йәшәүсе ауылдаштар бик әүҙем ҡатнашты, һәр кеше эш менән мәшғүл булды.
Ир-егеттәр ике төркөмгә бүленеп балалар майҙансығы төҙөнөләр һәм ауылдың йәмен китәреп торған емерек бинаны һүтеп алдылар. Афарин, егеттәр! Ошо өмәне ойоштороп йөрөгән Харрасов Әмир Наил улына, Әхмәтов Булат Әкрәм улына, Исрафилов Иршат Таңғатар улына, техникалары менән сыҡҡан Исламгулов Рәис Сөнәғәт улына, Хөсәйенов Хәкимйән Ғәлимйән улына ауыл халҡы айырыуса рәхмәтле.
Шулай уҡ өмәгә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүҙем ҡушылды. Бөгөнгө көндә МХОла йөрөгән егеттәр өсөн һалма йәйеп, сетка үрҙеләр, носилкалар, йылы толстовкалар тектеләр, миндек бәйләнеләр. Мәктәп коллективы ҡыҙҙары сәк-сәк бешерҙе. Яңы төҙөлгән балалар майҙансығын шул көндө үк буяп та ҡуйҙылар. Афарин, ҡыҙҙар!
Был сараның мөһим өлөшө МХО ла йөрөгән егеттәр именлеге өсөн ҡорбан салыу ине. Изге ниәттәр менән ҡорбан салып, аят уҡып, доға ҡылып, өмәселәргә ҡорбан ашы ашаттылар.
Артабан байрамдың тантаналы өлөшөн Төркмән ауыл клубында Баязитова Зифа Ғаяз ҡыҙы менән Әхмәтйәнова Мәзүнә Ғаяз ҡыҙы алып барҙы. Төрлө яҡтарҙан ҡайтҡан ауылдаштар матур концерт номерҙары бүләк иттеләр, матур хәтирәләр менән булешеп йөкмәткеле сығыш яһанылар.
Байрам-өмә кискеһен йәмле Туғажман тауы битендә усаҡ яғып, күңелле, дәртле ритайым менән тамамланды. Әйтеп үтергә кәрәк, өмәнең сығымдары өсөн халыҡ 1 аҙна эсендә 100 меңгә яҡын аҡса йыйҙы. Сибай ҡалаһынан экскаватор спонсор ярҙамы итеп бирелде. Инициативаны ауыл биләмәһенең аҙналыҡ оперативкаһында актив тәҡдим иткән.
"Ауылыма ҡайттым өмәгә" сараһын ойоштороуға үҙ өлөшөн индергән һәм ҡатнашҡан һәр кеше ҙур рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ! Һеҙгә һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

 

Ауылға өмәгә ҡайттылар
Ауылға өмәгә ҡайттылар
Ауылға өмәгә ҡайттылар
Ауылға өмәгә ҡайттылар
Ауылға өмәгә ҡайттылар
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас