

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр итә:
—Аҙна башында яҡшы яңылыҡтар - беҙҙең район урмансылыҡ һәм территориаль бүлек өсөн автопарк яңыртылды. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министры Марат Искәндәр улы Шәрәфетдинов ошо көндәрҙә ЯҢЫ LADA Niva автомобилдәренең һәм прицеплы ҡаргиҙәр-һаҙгиҙәр асҡыстарын тапшырҙы. Был машиналар ярҙамында беҙ урмандарыбыҙҙы сифатлыраҡ һәм оператив патрулләй аласаҡбыҙ, урмансылыҡ эшенең һөҙөмтәлелеген арттырасаҡбыҙ һәм урман ресурстарын һаҡлауҙы тәьмин итә аласаҡбыҙ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: 31 урмансылыҡтың тик туғыҙы ғына яңы техника алды, ә беҙҙең районға бер юлы ике берәмек эләкте. Республикабыҙҙың Урман хужалығы министрлығына ярҙам һәм мөмкинлектәр өсөн рәхмәтлебеҙ. Яңы техника беҙгә оҙаҡ һәм сифатлы хеҙмәт итер, тип ышанабыҙ.