АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
9 Июль 2025, 05:15

«Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Кисә Баймаҡ районынан бер төркөм әсәйҙәргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды.

«Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды«Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды
«Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль селтәрендә яҙалар:

 “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ” көнөндә районыбыҙҙан ете әсәй кеше «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде. Сөмбөл Наил ҡыҙы, Юлиә Тәлғәт ҡыҙы, Гөлиә Савит ҡыҙы, Мәүлидә Мөҙәрис ҡыҙы, Гөлсәсәк Дамир ҡыҙы, Зөлфирә Миҙәхәт ҡыҙы һәм Ҡәмәриә Мөхтәр ҡыҙы – һеҙҙе миҙал алыуығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Был награда һеҙҙең “әсә булыу” тигән донъялағы иң яуаплы һәм изге бурысты лайыҡлы атҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт символы. Һеҙгә барығыҙға ла һаулыҡ, сәләмәтлек, уңыштар, бәхет юлдаш булһын, йорттарығыҙҙа гел балалар тауыштары яңғырап торһон!

Автор:
Читайте нас