

Күгиҙел ауылы китапханасыһы Әлиә Дауытбаева хәбәр итә:
***Класташтар һағынышып осрашты!***
Йәй күңелле осрашыуҙар өсөн бик матур мәл. Бер күрешеү үҙе бер ғүмер. Билдәләнгән ваҡытҡа көндәрен йәлләмәй, эш мәшәҡәттәрен ҡалдырып, алыҫ араларҙы яҡынайтып, Комсомол һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең 1975 йыл сығарылышы уҡыусылары тыуған ауылдарында осрашыу сараһына йыйылды. Донъя мәшәҡәттәренән бушай алмай, йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында осрашыуға килә алмағандар ҙа булды. Ҡалайтаһың, тормош бит.
Әлбиттә, нисәмә йылдар күрешмәгәндәр өсөн илле йылдан һуң был класташтар осрашыуы бик тулҡынландырғыс ваҡиға булды. Һиҙҙермәйенсә ярты быуат ғүмер үтеп тә киткән. .
Уларға белем биргән уҡытыусылары - Сәриә Исмәғил ҡыҙы һәм Сания Әхмәтзыя ҡыҙы осрашыу кисәһенең мәртәбәле ҡунаҡтары булдылар. Улар яҡты хәтирәләре менән уртаҡлаштылар, уҡыған ваҡыттарындағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр.
1975 йылда белем ишектәрен асҡан Күгиҙел (ул ваҡытта Комсомол) мәктәбенең тәүге ҡарлуғастары улар. Бөтәһе 27 бала, 13 ҡыҙ һәм 14 егет тамамлайҙар мәктәпте.Бөгөн улар-ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, аҡыл йыйған, олпат олатай-өләсәйҙәр булған ағайҙар һәм апайҙар.
- Беҙҙең тәүге уҡытыусыбыҙ- Вәлимә Ибраһим ҡыҙы Аҫылбаева. Шулай ҙа, барлыҡ уңыштарыбыҙҙа һәр бер уҡытыусыбыҙҙың өлөшө бар. Уҡытыусы эше бик ауыр хеҙмәт. Беҙ уларҙы ысын күңелдән хөрмәт иттек. Уларҙың сабырлығына, тырышлығына әле лә һоҡланабыҙ, ҙур тормош юлына баҫтырған изге күңелле уҡытыусыларыбыҙға ысын күңелебеҙҙән, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ,- тиҙәр улар.
Тик үкенескә ҡаршы, 50 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға тейешле мәктәп ишектәре әле ябыҡ, тыуған районына, республикаға билдәле шәхестәр биргән мәктәп йоҙаҡлы. Шунлыҡтан осрашыу мәктәп янындағы обелиск алдында үтте. Яугир батырҙарыбыҙ стеллаһына сәскәләр һалынды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, класташтар араһында күптәре юҡ инде. Шуға күрә лә осрашыуҙан һуң мәсеткә юлландылар. Бөгөнгө көндө араларында булмаған һабаҡташтарҙы, донъя ҡуйған уҡытыусыларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алып, Илдар хәҙрәттән доғалар уҡыттылар.
Йылдар үҙенең эҙен ҡалдырған, сәстәргә салдар ҡунған, маңлайҙарға һырҙар ярған. Мәктәптә уҡыған йылдары, бала саҡтары йыраҡта ҡалһа ла, барыһы ла хәтерҙә, ошо баласаҡ иҫтәлектәре лә уртаҡ уларҙың.
Артабан Күгиҙел ауылының матур тәбиғәтендә табын әҙерләп, рәхәтләнеп, күңел булғансы һөйләшеп ултырҙы улар. Ошо осрашыуҙан ҡалған шатлыҡлы уй-кисерештәр уларҙың һәр береһенең күңелендә матур йылы хәтирәләр булып бик оҙаҡ һаҡланыр, тип уйлайбыҙ.Ә миңә ошондай матур осрашыуҙың шаһиты булып, байрамды алып барыу яуаплылығы йөкмәткәндәренә рәхмәтлемен. Артабан да берҙәм булығыҙ, теүәл булығыҙ! Тағы ла шундай күңелле осрашып күрешеүҙәр насип булһын!