АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
3 Июнь 2025, 03:15

Әүлиәне онотмайҙар

Мөжәүир хәҙрәттең вафатына 58 йыл үткән. Әммә уны әле лә һағынып иҫкә алалар, ярҙамына рәхмәт әйтәләр. Бөгөн дә ул йәшәгән Манһыр ауылына юл өҙөлмәй. Уҙған шәмбе бер төркөм замандаштарыбыҙ әүлиә йәшәгән йорттоң ишек алдын таҙалап, үҫкән үләнде сабып, сәскәләр ултыртып, ҡоймаларын нығытып, буяуын яңыртып ҡайтты.

Әүлиәне онотмайҙарӘүлиәне онотмайҙар
Әүлиәне онотмайҙар

Изгелек ҡылған замандаштарыбыҙ һәр яҡтан йыйылған ине: Баймаҡтан, Сибайҙан, Хәйбулланан, Көйөргәҙенән, Өфөнән, Силәбенән... Ир-егеттәр баҡса, ҡапҡа бағанаһын нығытып ултыртты, ишек, ҡапҡа алдындағы үләнде сапты. Ҡатын-ҡыҙҙар түтәлдәге ҡыйҙарҙы йолҡоп, сәскәләр ултыртты, уларға һыу ҡойҙо. Унан бергәләп ишек алдындағы ҡоймаларҙы, шишмә кәртәләүен һары, йәшел буяуға буяны.

Өмәнән һуң барыһы ла Мөжәүир хәҙрәт ҡәберлегенә зыярат ҡылды, мәсеттә намаҙ уҡыны, доға ҡылды. Аҙаҡ барыһы ла тәбиғәт ҡосағында, ҡаҙанда бешкән ҡорбан ашына йыйылды. Йәнә бер ҡат әүлиә рухына аят бағышлап, изге теләктәр теләп таралышты.

Ойоштороусыларға, өмәгә килеүселәргә ҙур рәхмәт! Сауаптары насип булһын!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас