АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
2 Июнь 2025, 06:40

Үҫенте әҙерләйҙәр

Йылайыр урмансылығында теплицаларҙа ағас үҫентеләре үҫтереү дауам ителә.

Үҫенте әҙерләйҙәрҮҫенте әҙерләйҙәр
Үҫенте әҙерләйҙәр

Йылайыр урман хужалығында ябыҡ шарттарҙа ағас үҫентеләре үҫтереү өсөн орлоҡ сәсеү ҙә дауам итә. Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре 2470 кассетала сәскән, тағы ла планда —740 кассета. Быйыл бында 260 000 дана үҫенте үҫтереү планлаштыралар.

Теплицаларҙа орлоҡ сәсеү «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы Һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә башҡарыла һәм урмандарҙы тергеҙеү өсөн файҙаланыр алдынан ике-өс йыл дауамында үҫтерелә. Бында түтәлдәрҙе тәрбиәләү ҡатмарлы түгел. Иң мөһиме—уларҙы даими һыу менән тәьмин итеү.

Әйткәндәй, Йылайыр урман хужалығы ҡарамағында һәр береһенең майҙаны 207 квадрат метрҙы тәшкил иткән 4 теплица бар.

Автор:
Читайте нас