

—Хәсән ауылында урынлашҡан "Бәхет шишмәһе" ғаилә эко-паркында булдым. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: был ғаилә менән ял итеү өсөн яҡшы урын. Йәмле тәбиғәттә урынлашҡан глэмпингтар уңайлы ял итеү өсөн булдырылған, мунсалар бар. Бында балыҡ тоторға, йылҡы фермаһын барып күрергә, һыбай йөрөп яҡын-тирәләге матурлыҡты байҡарға була. Яңыраҡ, районда бығаса бер ерҙә лә булмаған, арҡан паркы ла (верёвочный парк) асылды,—тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.
Эко-парк хужаһы Ғималитдинов Рөстәм Әсхәт улы йылҡысылыҡ, һауын һыйырҙары үрсетеү, иген һәм май культуралары орлоҡтары үҫтереү менән дә шөғөлләнә.
Бындағы балыҡлы быуа, башҡорт һәм татар аш-һыуы әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре халыҡты йәлеп итә. Был глэмпинг—әүҙем ял итеү өсөн уникаль урын, шуға күрә бында ял итергә теләүселәр бик күп. Эко-паркка төрлө тарафтан—Орск, Ырымбур, Екатеринбург, Сорғот, Силәбе һәм башҡа яҡтарҙан киләләр.
Инициативалы эшҡыуар һәр яҡлап уңышҡа өлгәшә. Уға Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министрлыҡтың дәүләт программалары ярҙамға килә. Ул ике йүнәлештә грант алыуға өлгәшкән. Рөстәм Әсхәт улы күптән түгел Баймаҡ районы хакимиәтенең «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашып, агротуризм йүнәлешендә тағы бер проект тәҡдим иткән.
—Маҡсатлы, ныҡышмал, егәрле кешеләр өсөн шатмын, улар ресурстарҙы эффектлы ҡуллана белә һәм уңыштар яулай,—ти район башлығы.