АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
29 Май 2025, 05:35

Федоровкалар сәләмәт тормош яҡлы

Хәйбулла районы республикала уҙғарылған “Айыҡ ауыл” конкурсында йыл һайын ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Һуңғы йылдарҙа Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) гран-приға лайыҡ булһа, Оло Әбеш һәм Әбүбәкер ауылдары беренсе урын алды. Быйыл рес-публика кимәлендәге ярышта уҙған йыл аҙағында муниципаль этапта Гран-при яулаусы Федоровка ауылы ҡатнаша. Әйткәндәй, улар район этабында лайыҡлы рәүештә 100 мең һумға эйә булды. Ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева белдереүенсә, федоровкалар был аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән күсерергә ҡарар иткән.

Әле улар мәртәбәле конкурсҡа нисек әҙерләнә, ниндәй саралар үтә, ауыл халҡы ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәй? Федоровкаларҙың “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә һынау тотоу өсөн кәйефтәрен асыҡлау маҡсатында ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Наталья Семеновна, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу буйынса һеҙҙең тәжрибәгеҙ ҙур. Үткән йылдарҙа Федоровка ауыл биләмәһенә ҡараған Әбүбәкер ауылы еңеү яулаған ине. Был юлы Федоровка ауылы ҡатнаша, йыл һайын республика бәйгеһенә әҙерләнеү еңел түгелдер?
—Иң мөһиме—халыҡтың теләге бар. Улар үҙҙәре "Айыҡ ауыл" проектында ҡатнашыу башланғысын хупланы һәм дәртләнеп эшкә тотондо. Әгәр әйтеп тә халыҡ үҙе риза булмаһа, бер ниндәй эш алға бармаҫ ине. Киреһенсә, һуңғы йылдарҙа райондан йыл һайын ауылдарҙың рес-публика буйынса “Айыҡ ауыл” конкурсында призлы урын алыуҙары федоровкаларға ҙур ынтылыш һәм сәм бирҙе. Шулай булмаһа ра-йон муниципаль этабында еңеп сығыр инекме? Юҡтыр! Балалар баҡсаһынан алып ситтә йәшәгән һәр ауылдашыбыҙ конкурста еңеү өсөн ниндәйҙер булһа ла үҙ өлөшөн индерә. Конкурс ауылды тағы ла нығыраҡ берләштерҙе тиһәк тә дөрөҫ булыр. Беҙҙең ауылда күп милләтле халыҡ йәшәй, уларҙың һәр береһенең үҙ йолаһы, байрамы, ғөрөф-ғәҙәте, шөғөл-кәсебе бар, ә бына теләктәре—уртаҡ. Барыһы ла сәләмәт тормошто, айыҡ йәшәүҙе үҙ итә.
—Федоровка ауыл билә-мәһе районда “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү”
программаһын иң әүҙем тор-мошҡа ашырған биләмәләр иҫәбендә. Ул йыл һайын үҙ-ҙәре тәҡдим иткән проект менән конкурста еңеп сыға. Бының сере ниҙә?
—Халыҡтың берҙәм һәм әүҙем булыуында. 2014 йылдан алып был программала ҡатнашабыҙ һәм йыл һайын проект еңеү яулай. Мәҫәлән, 2014 йылда ра-йонда беренселәрҙән булып программала еңеү яуланыҡ һәм Федоровка ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлде ремонтланыҡ, Әбү-
бәкер һәм Федоровка ауыл-
дарында спорт-уйын майҙан-сыҡтары эшләнек, Федоров-ка ауыл клубының тамаша
залына капиталь ремонт үт-кәрҙек, ауыл зыяраттарын кәртәләү һәм башҡа бик күп бығаса хәл ителмәгән эштәр башҡарылды. Былтыр иһә ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙы хеҙмәтләндереү өсөн универсаль МТЗ тракторы алдыҡ. Шуны билдәләп үтер инем: был программала ҡатнашҡан саҡта ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә, уларға ла ҙур рәхмәт.
—Конкурс барышында нин-дәй саралар үткәрелде?
—"Айыҡ ауыл" проекты бу-
йынса бик күп кисәләр уҙға-
рыла: мәктәп, балалар баҡ-саһы, ауыл клубы, китапхана менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Халыҡты спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт тормошто пропагандалауға йүнәлтелгән "Беҙ бер ҙур ғаилә" девизы аҫтында “Көслөләр, етеҙҙәр, ҡыйыуҙар” исемле спорт, бильярд уйнау, өҫтәл уйындары, саңғы ярыштары үтте. Яңы йыл байрамындағы ял көндәрендә лә ауыл төрлө спорт ярыштарынан гөрләп торҙо, кемдер скандинавса йәйәү йөрөүҙе үҙ итһә, икенселәр боҙҙа хоккей уйнаны, саңғыла йөрөнө. Иң шатландырғаны шул: халыҡтың айыҡ тормошҡа йөҙ бороп, табындарҙы хәмерһеҙ үткәреүе.
Ауылдың “Бергәләп Еңеүгә” ирекмәндәр төркөмө Ырымбур өлкәһе Гай ҡалаһы мә-
ҙәниәт йортонда үткән күс-
мә сарала ҡатнашты. Волон-терҙар “Һалдатҡа ярҙам ҡу-лы” күргәҙмәһендә үҙҙәре эшләгән маскировка селтәре, окоп шәмдәре, тактик носил-
калар, дронға ҡаршы юр-ған һәм башҡа кәрәкле әй-
берҙәр тәҡдим итте. Күргәҙ-
мә ырымбурҙарҙа ҙур ҡы-
ҙыҡһыныу уятты. Федоровка-ларҙың оҫталығын, илһөйәр-леген маҡтап, улар йылы те-
ләктәрен еткерҙе, ирекмән-дәрҙең оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашты. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәр өсөн 90 банка быҡтырылған ит әҙерләп оҙаттыҡ. Ит менән фермер Владимир Сидельников ярҙам итте. “Матур Бул” исемле бик шәп проект башланыҡ, ул һәр аҙна шаршамбыла үтә. Унда фотосессиянан алып матур булыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт бирелә, йәғни матурлыҡ тыуҙырыусы оҫталар, матур һәм сәләмәт булыу серен аңлатҡан табиптар, психологтар, спикерҙар кәңәштәр бирә. Дөрөҫ туҡланыу, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн күнекмәләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрең әсәһе, ҡатындары менән осрашыу һәм башҡа күп төрлө сараны үҙ эсенә алған проект, ысынлап та, ауылда йәшәгән һәр кешене матурлыҡ донъяһына йәлеп итә. Бында ҡатнашҡан һәр кем матур булыу өсөн тәү сиратта сәләмәт тормош алып барыу, айныҡлыҡты үҙ итеү, спорт менән шөғөлләнеү кәрәклегенә инана. Февраль айында “Фермерҙар уҙышы” ҡаралған. Бында инде Урал аръяғы һәм Ырымбур өлкәһенән дә командалар ҡатнаша һәм сара төбәк-ара кимәлдә үтәсәк.
Әлбиттә, бар сараларҙы ла һанап үтеү мөмкин түгел, көн һайын тиерлек үтеп тора, халыҡ ҙур теләк менән ҡатнаша.
—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт,
Наталья Семеновна! Мәртә-бәле конкурста уңыштар теләйбеҙ!

 

 

 

 

Ауыл тормошона ҡот һәм йәшәүгә өмөт биргән “өс таған”дың береһе булған мәктәп менән танышыуҙан башлауыбыҙ юҡҡа түгел. Сөнки ауылда мәктәп бар икән, тимәк, уның киләсәге бар. Әйткәндәй, мәктәп янында ғына “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы эшләй.
Федоровка башланғыс мәктәбе Аҡъярҙың 2-се мәктәбенең филиалы булып тора. Бөгөн бында 18 бала белем ала, 2014 йылда башланғыс мәктәп булыраҡ үҙгәртелгән. Уҡыусыларға Зәлифә Аҡылова менән Миңнур Зәйнәғәбдинова белем бирә.
Мәктәп мөдире Зәлифә Аҡылованың педагогик стажы—35 йыл. Ул—ғүмер буйы ауыл ерендә балаларға хәреф танырға өйрәткән абруйлы уҡытыусы. Үҙ ғүмерендә тиҫтәләрсә ҡыҙ һәм малайҙарға белем биреп, оло тормош юлына сығарған ябай, тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы булған уҡытыусыға һоҡланмау мөмкин түгел. Мәктәп коридорының тотош бер стенаһын ошонда белем алып, бөгөн республиканың ғына түгел, ә илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә эшләгән уҡыусыларының фотолары урын алған. Хатта уларҙың күбеһе маҡтаулы исемдәргә эйә. Шундай уҡыусылар тәрбиәләгән мөғәллимәнең маҡтаулы исеме булмауы, хеҙмәте ошоғаса баһаланмауы ғына беҙҙе аптыратты.
—Ауыл халҡының “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашырға теләк белдереүен шатланып ҡабул иттек. Мәктәп коллективы менән даими рәүештә конкурс сиктәрендә үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ. Уҡыусылар менән был тәңгәлдә үҙебеҙҙең айырым эш планын төҙөнөк, ата-әсәләр менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған, улар беҙҙең һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Уҡыусылар бәләкәйҙән хәмерҙең зыянлы икәнен белеп үҫһә, ғаиләлә сәләмәт тормош алып барған ата-әсәләре өлгөһөндә тәрбиәләнһә, бергәләшеп спортты үҙ итһә, әлбиттә, киләсәктә баланың айыҡ һәм сәләмәт тормошто һайлауына тулы ышаныс бар,—ти Зәлифә Ғәлиәхмәт ҡыҙы.
Әйткәндәй, Зәлифә Аҡылованың ике ҡыҙы ла әсәһенең юлын дауам иткән, уҡытыусы һөнәрен һайлаған.

 

 

 

Яугир әсәһе лә, балаларҙың яҡын дуҫы ла
Яңы йыл байрамына әҙерләнеп, бар ерҙә байрам кәйефе тыуҙырылған “Тирмәкәй”ҙә кескәйҙәрҙең йоҡлау ваҡытына тура килдек. Шуға күрә балалар баҡсаһы мөдире Әминә Сынбулатова менән генә осраштыҡ.
Балалар баҡсаһына төрлө йәштәге 12 бала йөрөй. Әминә Сынбулатованың да хеҙмәт стажы—36 йыл, уның да бер ниндәй ҙә маҡтаулы исемдәре юҡ.
“Мирон” прзывнойлы яугирҙең әсәһе лә ул. Улы өлөшләтә мобилизация башланғандан алып махсус хәрби операцияла. Өс тапҡыр ваҡытлыса ялға ҡайтып киткән. “Улымдың иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтыуын, тиҙерәк һуғыштар бөтөүен теләйем. Ошо кескәй балаларға ҡарап, барлыҡ борсолоуҙарым юҡҡа сыға”,—ти яугир әсәһе.
Балалар баҡсаһында ла “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә төрлө саралар планы ҡабул ителгән.
Балалар баҡсаһынан, мәктәптән алып тотош ауыл халҡы бер уйҙан, уртаҡ теләктән изге эшкә тотонған икән, тимәк, федоровкаларҙың “Айыҡ ауыл” конкурсында еңәсәгенә ышанысы ҙур. Ышаныстан бигерәк теләктәре көслө.
Кәримә Усманова.

Автор:
Читайте нас