

—Азамат Сәфәрғәле улы, Баймаҡ районы аграр төбәк булғас, һүҙҙе ауыл хужалығы тармағынан башлайыҡ. Әле ер кешеһе өсөн иң яуаплы осор—сәсеү кампанияһы башланды. Агросәнәғәт комплексының хәлен нисек баһалайһығыҙ?
—Ҡәнәғәтләнерлек тип атар инем. Сөнки Баймаҡ районы, аграр төбәк булараҡ, республикала яҡшы билдәле. Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән баймаҡтар, йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан, мул уңыш йыйып ала, ҡымыҙ етештереү буйынса беренселекте яулай.
Былтыр район аграрийҙары иген культураларынан яҡшы уңыш алды һәм тулайым иген йыйыу буйынса Башҡортостан Республикаһы нда Стәрлетамаҡ районынан ҡала икенсе урынға лайыҡ булды. (155 мең тонна ашлыҡ һуғылған, иген культураларының уртаса уңышы гектарынан 21 центнер тәшкил иткән).
Әле аграрийҙар өсөн иң яуап-
лы осор башланды. Барлыҡ хужалыҡтар ҙа яҙғы миҙгелгә күптән инде техниканы әҙерләп, яғыулыҡ туплап, ең һыҙғанып сәсеүгә төшөргә көтөп ултыра. Тик көндәр генә аяҙ торһон. Быйыл аграрийҙар тарафынан барлығы 74 мең 240 гектарҙа иген культуралары сәсеү ҡаралған.
Район буйынса 200-гә яҡын крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтар бар. Бөгөн уларға ла еңел түгел, сөнки яңы ҡанундарға ярашлы һәр фермер 50 гектарға тиклем генә ер алырға хоҡуҡлы. Ә беҙҙең эшҡыуарҙарҙың сәсеү майҙандары байтаҡ, уларҙың күбеһе пай ерҙәрен дә алған. Шуға күрә ерҙе ҡуртымға алыу буйынса хәл итәһе мәсьәләләр барлыҡҡа килде. Әлегә был проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров менән дә һөйләшеү булды. Ошо көндәрҙә ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ: депутаттар тарафынан фермерҙарға 2000 гектарға тиклем сәсергә рөхсәт бирелде. Беҙҙең тәҡдимдең ыңғай хәл ителеүе бик шатлыҡлы.
Икенсенән, районда үҙебеҙ үҫтергән уңышты етештереү һәм эшкәртеү буйынса бер ниндәй ҙә эш башҡарылмаған. Фермер игенен сәсә, уңышын йыйып ала һәм уны арзан хаҡҡа һатырға мәжбүр була. Сөнки башҡаса мөмкин дә түгел. Шуға күрә был тәңгәлдә эш алып барыла. Өсөнсөнән, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән фермерҙар сәсеү майҙандарына минераль ашламалар индерергә тырышмай. Әлбиттә, уның хаҡы арзан түгел, әгәр ҙә юғары уңышҡа өмөт итәһең икән, ергә лә иғтибар талап ителә. Аграрийҙарҙы тап ошо проблемаларға етдирәк ҡарарға кәңәш итер инем.
—Һеҙ район менән етәкселек итә башлағас та ауыл халҡы менән осраштығыҙ, уларҙың проблемалары менән яҡындан таныштығыҙ. Белеүебеҙсә, әле лә ауылдарҙа халыҡ менән күҙмә-күҙ ҡарашып осрашыуҙар дауам итә. Баймаҡ халҡын күберәк ниндәй мәсьәләләр борсой?
—Иң ныҡ борсоған проб-лемаларҙың береһе—юлдар. Ра-йондың күпселек ауылдарында был мәсьәлә ауыл халҡы тарафынан күтәрелә. Әлбиттә, бар ауылдарға ла асфальт түшәп булмаясаҡ, уның хаҡы юғары булыуын һәр кем яҡшы аңлай. Беҙ иң тәү сиратта Сибай-Аҡъяр юлын ремонтлауҙы башлаясаҡбыҙ, был юлдың ниндәй сифатта икәнлеген барыһы ла яҡшы белә. Республика Башлығы тарафынан да Сибай-Аҡъяр юлы һәр саҡ ныҡлы контролдә тотола. Икенсенән, ауыл араһындағы, ҡаланың яңы биҫтәләрендәге юлдарҙы үҙебеҙҙең мөмкинлектәргә ҡарап эшләүҙе яйға һаласаҡбыҙ. Юлға таш түшәп кенә был проблеманан сығыу мөмкин түгел, иң тәүҙә юлдың ҡатламын, йәғни төп өлөшөн нығытырға кәрәк. Күпселек осраҡта ямғырҙан һуң батҡаҡҡа әйләнгән урынға таш ауҙарып ҡына китәләр һәм ул икенсе юлы йәнә шул уҡ хәлдә буласаҡ. Был тәңгәлдә эш башланды, яҡын арала ауылдар араһындағы юлдарҙа ремонтлау башланасаҡ.
Шулай уҡ ауыл халҡы менән осрашыуҙарҙа көтөү мәсьәләһе лә буйынса ла һорауҙар күп. Фермерҙар сәскән иген баҫыуҙарының бер төн эсендә ҡарауһыҙ йөрөгән малдан тапалып ҡалыуынан зарланһа, ауыл халҡының күпселеге бесәнлектәренең аттар өйөрөнән һуң юҡҡа сығыуына борсола. Һәр ауылда малдарҙың көтөүөнә бы-йылдан етди бурыстар ҡуйылды, бер генә мал да көтөүһеҙ йөрөргә те-йеш түгел. Әгәр ҙә ул осрай икән, хужаһына ҙур күләмдә штраф һалыу ҡаралған, шулай уҡ ауыл янында кардалар урынлаштырыласаҡ.
—Аттарға килгәндә? Юлдарҙа күпселек авария тап улар ҡатнашлығында теркәлә.
—Эйе, һәр йортта тиерлек йылҡы малы иҫәпләнә. Уларҙың күптәре ҡыш буйы тибенлектә йөрөп сыға. Яҙ етеү менән шәхси секторҙа аттарҙы көтөү эше алып барылмай. Юлға сығып, үлем осраҡтарына сәбәпле булған малдарҙың хужаһы ла табылмай, уны күреүсе, таныусы ла булмай. Был тәңгәлдә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең район юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә. Йәнә бер тапҡыр әйтеп үтәм: быйылдан башлап ат көтөү буйынса талап ҡаты буласаҡ, һәр ауылда көтөү ойоштороу талап итәсәкбеҙ, штрафтар, баҫыуҙы тапаған осраҡта улар өсөн «төрмә» төҙөү ҙә күҙаллана. Бер-беребеҙҙе дөрөҫ аңлайыҡ, күмәк көс менән генә беҙ был проблемаларҙы йырып сыға аласаҡбыҙ.
—Баймаҡ районының брендлы сараларының береһе «Баймаҡ аты» фестивале үткәреләсәкме?
—Юҡ, быйыл «Баймаҡ аты» фестивален үткәреүҙе кисектереп торҙоҡ. Үҙегеҙ ҙә күреп тораһығыҙ, махсус хәрби операциялағы яҡташтарға даими рәүештә ылау оҙатабыҙ, яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итәбеҙ. Район етәкселеге менән кәңәшләш-тек тә сара киткән сығымдарҙы махсус хәрби операцияға ярҙамға йүнәлтергә булдыҡ. Был тәҡдимде төбәк Башлығы Радий Хәбировҡа ла әйттем, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар менән дә һөйләштек. Әлбиттә, райондың төп сараһына әйләнгән «Башҡорт аты» фестивале алдағы йылдарҙа да-
уам ителәсәк. Шуға тиклем һабантуй үткән урынды, аттар сабышҡан майҙанды ярыш талаптарына яуап
бирерлек итеп ҡайтанан эшләү бурысы тора. Сәхнәне яңыртыу, юлдарҙы рәтләү кеүек эштәр ҙә бар. Илдең төрлө мөйөштәренән килгән ҡунаҡтарға күрһәтерлек башҡорт тоҡомло аттарыбыҙ менән бер рәттән фестиваль үтәсәк майҙан да юғары кимәлдә булырға тейеш.
—Район һабантуйын үткәреү планлаштырыламы?
—Эйе, 7 июнь теләгән һәр кемде Баймаҡ районының һабантуйында көтөп ҡалабыҙ.
—Азамат Сәфәрғәле улы, Баймаҡ районының йөҙөк ҡашы булған «Талҡаҫ» ял йортоноң яҙмышы хәл ителдеме?
—Иң беренсе шуны әйтер инем: «Талҡаҫ» ял йорто республика Хөкүмәте иҫәбендә, бер ниндәй ҙә шәхси ҡулдарға күсмәгән. Бөгөн, ысынлап та, уның яҙмышы хәл ителмәгән. Ситтән инвесторҙар эҙләйбеҙ. Күптән түгел ял йортон федераль кимәлдәге реабилитация үҙәген булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был бик мөһим мәсьәлә, сөнки айырым дауалауға, айырым ҡарауға мохтаж булған балаларға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау өсөн үҙәктең булыуына ихтыяж ҙур. Нисек кенә булмаһын, райондың йөҙөк ҡашы булған Талҡаҫ күле һәм «Талҡаҫ» ял йорто район етәкселеге тарафынан һәр саҡ етди иғтибарҙа.
—Махсус хәрби операция биләмәһенә шәхсән үҙегеҙ гуманитар ылау оҙатып барҙығыҙ. Яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә ниндәй ярҙам ойошторолған?
—Ике йыл Башҡортостан Республикаһының Луганск Халыҡ Республикаһындағы вәкиле булараҡ, Красный Лучта, дөйөм алғанда Луганскиҙағы объекттарҙы тергеҙеү буйынса эштәр алып барырға тура килде. Шуға күрә ул яҡтар минең өсөн бик таныш, яҡын да. Сираттағы гуманитар ылауҙы миңә оҙатып барырға тура килде, яугирҙәр менән осрашып, уларға нимәләр кәрәклеген белдек, ғаиләләренә ниндәй ярҙам талап итеүҙәрен аңланыҡ. Баймаҡ районы махсус хәрби операция башланғандан алып беренселәрҙән булып яҡташтарына бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Һәр ауыл гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ҡатнаша, адреслы посылкалар ҙа оҙатыла.
Һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Эйе, райондан һәләк булыусылар күп, уларҙың ата-әсәләренә, ғаиләләренә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ, әммә уларҙың улын, ирен, атаһын бер ниндәй ярҙам да алмаштыра алмаясағын яҡшы аңлайбыҙ. Ауыр саҡта уларҙы яңғыҙ ҡалдырмау, ярҙам күрһәтеү маҡсатында ирекмәндәрҙең, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙарының роле бик ҙур. Ваҡытлыса ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән шәхсән осрашырға тырышам, уларҙы ҡабул итәбеҙ, уй-ниәттәрен белешәбеҙ, яуҙа нимәләр кәрәклеген һорашабыҙ. Күптән түгел Мәскәүгә эш сәфәре менән барғанда Түбә ауылы егете, артиллерия часының взвод командиры Илшат Мәҡсүтовҡа барырға тура килде. Ул әле госпиталдә, яугир менән оҙаҡ ҡына аралашып ултырҙыҡ, уның һәм ғаиләһенең ихтыяждары тураһында белдем. Ярҙам итәсәкбеҙ, тиҙерәк һауығып сыҡһын.
Яугир ғаиләләренә ярҙам һәр саҡ күрһәтелә: кемдер дауаханала сәләмәтлектәрен нығыта, икенселәре утын һорай, бәғзеләренә юғалған улдарын эҙләү буйынса юридик, финанс ярҙам талап ителә. Күмәкләгән—яу ҡайтарған, тип бушҡа әйтмәгән халыҡ. Бергәләшеп, бер уйҙан булғанда ғына еңеү ҙә тиҙерәк киләсәк, райондың үҫеше лә юғары буласаҡ, социаль йәшәйеше лә яҡшырасаҡ.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Иң мөһиме һеҙ етәкләгән
һәм эшләгән йылдар
Баймаҡ районы өсөн
һөҙөмтәһе булһын!
Кәримә Усманова әңгәмәләште.