

Иң мөһиме ауылда мәсет эшләй. Тимәк, халыҡта иман бар.Ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарынан килгәнсе махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам итә: көҙ йәшелсәнән салаттар яһап, ябып, кәрәк-яраҡ йыйып, гуманитар ылауға ҡушып ебәргәндәр, шулай уҡ бер нисә маскировкалау селтәре үргән.
Абҙаҡтар быйыл зыяраттарын кәртәләп алырға иҫәп тота. Шулай уҡ ҡәбер ҡаҙыуҙы еңеләйтеүсе перфоратор һәм генераторға аҡса йыйыу кәрәклеген белгертеп, ауыл чатына хәбәр һалалар. Оҙаҡ та үтмәй Рәшиҙә һәм Йәғәфәр Байғузиндар ауылға перфоратор менән генератор килтерә.
—Был ҡоролмаларҙы Абҙаҡ ауылында ты-уып үҫеп, оҙаҡ йылдар Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас Сибайға ҡайтҡан Шамил Дәминдәр улы Байғузиндың улы Илдар ебәрҙе. Илдар Шамил улы Байғузин ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй, эшҡыуарлыҡ менән шөғәлләнә,—ти Рәшиҙә Байғузина.—Рамаҙан айында әсәһе Роза Хисам ҡыҙының хәлен белергә килгән Илдарға абҙаҡтарҙың үтенесен белгерттек. Ул үҙе лә ураҙала ине. Улы Даниил аша ҡоролмаларҙы ебәреп тә ҡуйҙы. Беҙ кәрәкле ҡорамалдарҙы ҡалдырырбыҙ ҙа ҡайтырбыҙ, тип уйлап килгәйнек. Хәмиҙә һәм Вәлит Ҡурпасовтар, Филзирә һәм Рауил Йәнтүриндар мул табын ойоштороп, һыйлап ҡайтырҙы. Ҙур рәхмәт уларға!
Уң ҡулың биргән хәйерҙе һул ҡулың күрмәүе хәйерле, тиҙәр халыҡта. Илдар Шамил улы ла мәрхәмәтлекте Аллаһ Тәғәлә ризалығына башҡарған. Сөнки Абҙаҡ ҡәберлегендә уның ҡартатай-ҡәртәсәһе, атай-олатайҙары, зат-ырыуы ерләнгән.
Перфоратор, генератор булды, хәҙер зыяратты кәртәләүгә тимер һатып алырға кәрәк. Был эшкә лә ауылыбыҙҙан сыҡҡан эшҡыуарҙар үҙ өлөшөн индерер, мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәтер, тип ышана абҙаҡтар.
Гөлдәр Ҡадаева.