

Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауыл биләмәһе халҡы урындағы зыяратты таҙартыу буйынса өмә үткәрҙе. Был сара бөтәһен дә берләштергән йолаға әүерелде. "Ир-егеттәр ҡоро" ағзалары ҡәберҙәрҙе ҡый үләндәренән һәм сүп-сарҙан әүҙем таҙартты, шулай уҡ ҡороған ағастарҙы ҡырҡты.
Райондың "Ир-егеттәр ҡоро" рәйесе Рөстәм Тотманов: "Бөгөнгө өмә — ата-бабаларға хөрмәт күрһәтеү ул. Бергәләшеп үҙебеҙ менән булмағандарҙың хәтерен һаҡлайбыҙ һәм ихтирам күрһәтәбеҙ. Хатта ситтә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа бындай сараларҙа ҡатнаша, был айырыуса ҡыуаныслы. Был беҙҙең берҙәмлегебеҙ һәм тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙ тураһында һөйләй."
Әминә менән Дәүләт Рәмовтарҙы билдәләп үтергә кәрәк. Ауылдан ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, улар даими рәүештә ошо өмә өсөн килә. Быйыл улар Сәләх мәсете янында ағастар ҙа ултыртты. Афарин!