+30 °С
Болотло


Махсус хәрби операциялаһәләк булыусы яугир Мырҙағәлин Әҡсән Зиннур улының иҫтәлеген мәңгеләштереү ниәтенән уның ҡатыны Гөлдәр Мотаһар ҡыҙы менән осрашыу ойошторолған. Ул ире тураһында мәғлүмәт менән шатланып һәм ғорурланып уртаҡлашҡан, шулай уҡ фотоһүрәттәр, миҙалдар һәм наградалар танытмаларын тапшырған.
Башҡортостан республикаһы архив эштәре буйынса идаралығының Эксперт-тикшереү комиссияһында архив исемлеге раҫланғандан һуң был документтар муниципаль архивҡа даими һаҡлауға ҡабул ителәсәк, тип хәбәр итәләр Баймаҡ районы хакимиәтенәң архив бүлегенән.