АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
28 Апрель 2025, 03:30

Тау башында —ҡурай

Уҙған йыл «Сылтыр шишмә» район конкурсында еңеү яулаған Үҙәнбаевтар быйыл ҡурай һәйкәлен тергеҙҙе. Һәйкәл янына махсус хәрби операциянан ялған ҡайтҡан яугир беседка ҡуйҙы.

Тау башында —ҡурайТау башында —ҡурай
Тау башында —ҡурай

— Түбәнге Таулыҡай ауылының Күстәнә тауы башында ҡурайға һәйкәл ҡуйылды.
Был изге эш ауылдашыбыҙ Йәмил Фирғәт улы Үҙәнбаев инициативаһы менән ойошторолдо.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда Үҙәнбаевтар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән "Сылтыр шишмә" район конкурсында ҡатнашып, Туҙғыуыш шишмәһен таҙалап, кәртәләп ҡуйған ине.
Һәм был конкурсҡа 2024 йылда йомғаҡ яһалып, Үҙәнбаевтар (етәксеһе Йәмил Фирғәт улы) еңеүсе тип танылды һәм 10 мең һум күләмендәге премияға лайыҡ булды.
Һөҙөмтәлә, был финанс ярҙамға Йәмил Фирғәт улы ҡурай һәйкәлен тергеҙеү идеяһы менән яна: яҡындары менән кәңәшләшә, кәрәкле материалдар һатып ала, оҫталар менән һөйләшә.
Уның тәҡдимен туғандары ла хуплап ала һәм Үҙәнбаевтар бөгөн был эште бик ойошҡанлы ғына башҡарып та ҡуйҙы. "Аллаға шөкөр, эшебеҙ бик ыңғай барҙы", - тигән ҡыуаныслы тәьҫораттары менән дә уртаҡлашты өмәселәр.

Күстәнә тауына менһәң, Үрге һәм Түбәнге Таулыҡай күренеп тора. Шуға күрә ауылға ҡырҙан килеүсе ҡунаҡтар, ауыл халҡы был тауға менеп, ауылдың матур урындарын күҙәтеп, уға һоҡлана ине.
Бөгөндән ул урын яңы һулыш алды. Сөнки 7 тажлы ғорур ҡурай һәйкәленән тыш, бер нисә метр алыҫлыҡта, тимер беседка, өҫтәл, ултырғыстар урынлаштырылды. Беседканы әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир- ауылдашыбыҙ Наил Үҙәнбаев бүләк итте.
Өмәгә ир-аттар менән бергә, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ҙа сыҡты.
Эш һәр кемгә етерлек ине: кемдер ҡурай һәйкәлен урынлаштырһа, кемдер өҫтәл- ултырғыстарҙы, кемдер ял итергә килеүселәргә уңайлыҡ булдырыусы башҡа ваҡ- төйәк эштәр менән булды.
Үҙәнбаевтар шулай уҡ тау битләүенә таштар менән "Бөйөк Еңеүгә 80 йыл!" тип яҙып, уны матур итеп ағартып та ҡуйҙы.
Бер һүҙ менән әйткәндә, бик шәп һәм ҙур эш эшләнелде.
Йәмил ағай Үҙәнбаев был яуаплы сарала ҡатнашҡан туғандарына, ярҙамлашырға килгән егеттәргә,бигерәк тә ауылыбыҙҙың оҫта иретеп-йәбештереүсеһе Ильнур Ишкининға, водитель Зәбир Рамаҙан улына, ауыл старостаһы Юнир Мулләхмәт улына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, һаулыҡ, барлыҡ эштәренең уң булыуын теләне,—тип яҙа социаль селтәрҙә Альбина Байегетова.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас