

Сибай күп профилле һөнәри белем биреү колледжының 15 студенты уҡыуҙың һәм карьераның бөтә этаптарында ла ярҙам аласаҡ. «Башҡорт баҡыры» предприятиеһы менән маҡсатлы килешеү һөҙөмтәһендә улар, сессияны уңышлы тапшырған осраҡта, арттырылған стипендия, практика өсөн эш хаҡы ала, ә уҡып бөткәс эшкә урынлаштырыла һәм тәүге ярҙам түләүе аласаҡ.
Үҙ сиратында студенттар предприятиела билдәле бер осорҙо – маҡсатлы килешеү буйынса эшләргә бурыслы. Предприятие түләүле нигеҙҙә уҡыған студенттарға уҡыу сығымдарын ҡаплай. Тағы ла бер ыңғай яғы бар: студенттар практика ваҡытында предприятиеның уҡыу үҙәгендә уҡып, билдәле бер һөнәрҙәр буйынса таныҡлыҡ алыу мөмкинлегенә эйә.
«Башҡорт баҡыры»—социаль йүнәлешле предприятие, ул йәштәрҙең киләсәге хаҡында хәстәрлек күрә һәм сифатлы белем биреүҙең мөһимлеген аңлай. Шуға күрә бында буласаҡ кадрҙарҙы әҙерләү йәһәтенән маҡсатлы һәм даими шөғөлләнәләр, мәктәпкәсә йәштән балалар менән эшләйҙәр,—ти предприятиеның уҡыу үҙәге начальнигы Ильяс Эшматов.
Маҡсатлы килешеүҙәргә ҡул ҡуйған Сибай күп профилле һөнәри белем биреү колледжы студенттары «Ер аҫты эшкәртеүе», «Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу», «Маркшейдер эше», «Электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү», «Автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү», «Контроль-үлсәү приборы һәм автоматика оҫтаһы» һөнәрҙәре буйынса белем ала.
«Башҡорт баҡыры»нда уҡыусыларҙы инженер һөнәрҙәренә йәлеп итеү буйынса программа беренсе йыл ғына эшләмәй, уның сиктәрендә төрлө олимпиадалар һәм конкурстар үткәрелә. Предприятие Аҡъяр тау колледжы һәм Сибай күп профилле һөнәри белем биреү колледжы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Республиканың яҡын-тирәләге райондарынан студенттарҙы техник вуздарҙа маҡсатлы уҡытыу ойошторолған.
сығанаҡ: Башинформ.