АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
7 Апрель 2025, 10:00

Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!

Аҡъюлда матур сара үткән...

Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!
Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын!

Хәйбулла районы хакимиәтенең социаль битләүенән:

 

Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ, өләсәйҙәр рәхәтләнеп самауыр сәйен эскәндәр. Самауырҙы ҡомартҡы итеп быуындан - быуынға тапшыра килгәндәр. Бигерәк тә шифалы үлән сәйҙәрен баллап –тәмләп эсергә яратҡан халҡыбыҙ.
Боронғо йолаларыбыҙҙы, халҡыбыҙҙың ихласлығын, йомартлығын , уңғанлығын сағылдырған ҡунаҡсыллыҡ йолаһын һаҡлау, ихтирам
итеү һәм үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү маҡсатында Аҡъюл ауылында “Самауырҙар йырлаһын, халҡым моңо тынмаһын” исеме аҫтында байрам ойошторғандар.
- Иртә менән Зәим шишмәһенән көйәнтәләп һыу алып ҡайтыу ҡыҙҙар өсөн конкурс итеп ойошторолдо. Инәй - апайҙар шишмә һыуын ҡойоп самауырҙарға ут һалды. Аҙаҡ "Самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы” - тип самауыр артында күңелле мәҙәктәр, самауырға бәйле хәтирәләр, йыр - моң, милли ризыҡтар менән сәй эсеп байрам дауам итте. Байрам булғас бәйгеһе лә була. Хужабикәләр араһында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу йолаһы, милли ризыҡтарҙы әҙерләү, самауырҙы таҙартыу оҫталығы буйынса, ҡунаҡтарҙы йырлап һыйлау кеүек конкурстарҙа еңеүселәр биләдәләнде.
Әйткәндәй, сара ойошторолған Фазылйән һәм Фәнүзә Ишемғоловтарҙың бәләкәй йортонда тарихҡа ҡалып барған урындыҡ та һаҡланған, һуғылған балаҫ, буй, арҡыры түшәктәр түшәлеп ҡуйылған урындыҡ һәр кемдең күңеленә йылылыҡ, бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөргәндер.
Самауырҙар боронғобоҙҙо ла, бөгөнгөбөҙҙө лә, киләсәгебеҙҙе лә маҡтап йырлаһын, янына ҡунаҡсыл милләттәштәрен йыйһын, - ти Аҡъюлдар.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас