АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
6 Март 2025, 10:30

Смотр еңеүгә арналды

Халыҡ таланттары сәхнәгә сыҡты.

Смотр еңеүгә арналдыСмотр еңеүгә арналды
Смотр еңеүгә арналды

Кисә Баймаҡ ҡалаһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған район художестволы үҙешмәкәрлек смотры тамамланды. Унда 21 ауыл биләмәһенән бөтәһе 1500 самаһы кеше ҡатнашты. 4-5 мартта Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә конкурстың иң яҡшы номерҙары тәҡдим ителде. Ижади ярыш йомғаҡтары буйынса:

Гран-при—Иҫке Сибай ауыл советы, 1-се урын Күсей ауыл советына бирелде,

2-се урын Таулыҡай һәм Ҡолсора ауыл советы таланттары,

3-сө урын—Ишмөхәмәт, Йылайыр, Моҡас ауыл советтары.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас