+30 °С
Болотло
Темәс ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итеү йәһәтенән ҙур акция ойошторҙо. Уларҙың төп маҡсаты ялан шарттарында әҙерләп булған, оҙаҡ һаҡланған быҡтырылған ит әҙерләү ине. Әлбиттә, бының өсөн күп ит талап ителә. Темәс урмансылығының участка урмансыһы Иҙел Ситдиҡов баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтеп, тотош бер ат итен бирә. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары берләшеп тиҙ арала быҡтырылған ит әҙерләне.
Илһөйәр халыҡҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Шулай берҙәм һәм татыу булғанда ауырлыҡтарға баш эймәҫбеҙ.