АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
7 Февраль 2025, 04:15

«Саптар»ҙар яугирҙәргә хөрмәт күрһәтте

«Саптар» студияһында шөғөлләнеүсе Аделинаға яугир ни өсөн гөлләмә бүләк иткән?

«Саптар»ҙар яугирҙәргә хөрмәт күрһәтте«Саптар»ҙар яугирҙәргә хөрмәт күрһәтте
«Саптар»ҙар яугирҙәргә хөрмәт күрһәтте

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.Ш. Бакиров етәкселегендәге «Саптар» өлгөлө хореография студияһы Баймаҡ ҡалаһы һәм районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн Ватанды Һаҡлаусылар йылы һәм Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы айҡанлы хәйриә концерты ойошторҙо. Сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һәләк булған ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҡатнашты.

Концерт юғары кимәлдә үтте. Иң тулҡынландырған мәл шул булды: Чечен Республикаһындағы конфликтта  һәм Украиналағы махсус операцияла конфликтта ҡатнашыусы, 2-се Этҡол ауылынан сыҡҡан яугир Ришат Рәшит улы Байымов үтенесе менән «Саптар» студияһы тәрбиәләнеүсеһе, Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡыусыһы, яугиргә терәк хаты яҙыусы Аделина Әҙеһәмоваға гөлләмә һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

"Саптар" өлгөлө хореография студияһына 2015 йылда Баймаҡ ҡалаһында нигеҙ һалына. Ул быйыл үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бөгөнгө көнгә тәрбиәләнеүселәрҙең дөйөм һаны—250. Студияның төп базаһы Баймаҡ ҡалаһының «Труд» стадионында урынлашҡан.

Саптарҙарҙың тегеү цехы бар, унда студия һәм башҡа коллективтар өсөн костюмдар тегәләр. 10 йыл эсендә студия республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа бик күп наградаларға эйә булды. «Саптар» өлгөлө хореография студияһының уңышын һәм сәскә атыуын теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас