Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
4 Февраль , 16:30

Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Бинаның дөйөм майҙаны – 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөлөштөң хаҡы иһә 200 миллион һумдан күберәк.

Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды
Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Бөгөн, 4 февралдә, Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды.

Бинаның дөйөм майҙаны – 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөлөштөң хаҡы иһә 200 миллион һумдан күберәк.

«Минеңсә, ҙур, күркәм мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты. Балаларға художестволы үҙешмәкәрлек, сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар. Тамаша залы ла ҙур, мәҙәниәт министры беҙҙең театрҙар һәм филармония артистары концерттар, спектаклдәр менән гастролгә килер тип вәғәҙәләне. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш. Урғаҙала һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк әле. Баймаҡ районында егәрле халыҡ йәшәй, беҙ районға үҫешергә ярҙам итербеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе социаль-мәҙәни үҙәкте лә ҡараны.

Беренсе ҡатта эстрада менән тамаша залы, күргәҙмә зонаһы менән фойе, хеҙмәткәрҙәр бүлмәһе, балалар өсөн уйын бүлмәһе, етәкселек кабинеты, китапханалар (ололар һәм балалар бүлеге), компьютер студияһы, костюмдар бүлмәһе урынлашҡан. Икенсе ҡатта иһә тренажер залы, кейем алмаштырыу бүлмәләре, балалар сәнғәт мәктәбе.

Республика Башлығы үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, улар Радий Хәбировҡа күптән көтөлгән бүләк өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Бында балалар өсөн бөтә шарттар ҙа бар, улар беҙҙең түңәрәктәргә ҙур теләк менән йөрөй, өлкәндәр ҙә шөғөлләнергә килә»,  –   тип билдәләне хеҙмәткәрҙәр.

«Ауыл ҙур, өс меңгә яҡын кеше йәшәй, шуға күрә, әлбиттә, бында клубһыҙ тормош юҡ. Был асылда ауыл клубы түгел, ә социаль-мәҙәни үҙәк, бында балалар музыка мәктәбе, художество мәктәбе, спорт зонаһы бар. Халыҡҡа йөрөүе уңайлы булһын өсөн бына шундайҙарҙы төҙөргә кәрәк. Эргәлә генә мәктәп, иң мөһиме –  методистар ҙа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бар», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» журналисының һорауына.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-04/v-bashkirskom-sele-urgaza-otkrylsya-sotsialno-kulturnyy-tsentr-4107846

Автор:
Читайте нас: