Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
4 Февраль , 14:45

Башлыҡ — беҙҙең төбәктә

Бөгөн республика Башлығы Баймаҡ районына һәм Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән килде.

Башлыҡ — беҙҙең төбәктә
Башлыҡ — беҙҙең төбәктә

4 февралдә Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй эше» күп функциялы кадрҙар үҙәгендә булды. «Демография» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән был үҙәк – илдә беренсеһе. Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Сибай ҡалаһы буйынса филиалы етәксеһе Нурзилә Сәғитова һөйләүенсә, үҙәктә эш табыуҙан тыш, теге йәки был һөнәргә уҡырға, психологик ярҙам алырға, яҡшы резюме яҙырға өйрәнергә мөмкин. Хәҙер барлыҡ яңы үҙәктәр «Рәсәй эше» тигән бер бренд аҫтында эшләй.

Әйткәндәй, әлеге мәшғүллек үҙәге бер йылда яҡынса 500-1000 кешегә эш табырға ярҙам итһә, яңыртылған, шундай уҡ шарттарҙа эшләгән үҙәк яҡынса 2000 кешене эшкә урынлаштыра. Яңы мәшғүллек үҙәктәрендә һәр кемгә айырым ҡараш булдырыла. Бында шулай уҡ эш табыу өсөн ентекле индивидуаль план тәҡдим итәләр. Ул уҡыу курсын, психолог менән тренинг йәки даими урын эҙләгән осорҙа өҫтәмә эште үҙ эсенә алырға мөмкин.

 

Башинформ.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: