АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
30 Ғинуар 2025, 06:25

Юлдыбайҙар тегә түбәтәй

Ҡатын -ҡыҙҙарҙың баш кейемдәре ирҙәрҙең баш кейемдәренең ҡупшылығы менән айырылып тора. Ирҙәр ҡолаҡсың бүрек, ҡамсат бүрек, ҡама бүрек кейгәндәр. Йәй түбәтәй кейеп йөрөгәндәр.

Юлдыбайҙар тегә түбәтәйЮлдыбайҙар тегә түбәтәй
Юлдыбайҙар тегә түбәтәй

Йылайыр районы Юлдыбай ауылы китапханаһында башҡорт халҡының милли ҡомартҡыларын һаҡлауға ҙур көс һалған оҫта тегеүсе Фәниә Такалова түбәтәй тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе уткәрҙе.
Башҡорт халҡының милли кейемдәрең бер төрө булған баш кейемдәре күп төрлө. Уларҙың тәғәйенләнеше лә төрлөсә. Ҡатын -ҡыҙҙарҙың баш кейемдәре ирҙәрҙең баш кейемдәренең ҡупшылығы менән айырылып тора. Ирҙәр ҡолаҡсың бүрек, ҡамсат бүрек, ҡама бүрек кейгәндәр. Йәй түбәтәй кейеп йөрөгәндәр.
Түбәтәй бик уңайлы баш кейеме булған. Бәләкәй балаларҙың түбәтәйҙәрен уҡа менән биҙәгәндәр, бетеү итеп ҡош өрпәкәйен тегеп ҡуйғандар.Оҫталыҡ дәресендә уҡыусы балалар ҙа әүҙем ҡатнашты.

Миләүшә Моратова.
Йылайыр районы.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас