Сибай ҡалаһында урынлашҡан күп тармаҡлы профессиональ колледж—төбәгебеҙ өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүсе уҡыу йорто. Уҙған уҡыу йылында бында уҡырға теләп 1700 абитуриент ғариза биргән. Бер урынға 4 кеше дәғүә иткән. Был күрһәткес шуны һөйләй: замана йәштәре эшсе һөнәрҙәре алырға ынтыла. Уҡырға алынған студенттарҙың яртыһы техник йүнәлеште һайлаған.
2024 йылда түбәндәге йүнәлештәр буйынса ҡабул иткәндәр: «Маркшейдер эше», «Геология, файҙалы тау ҡаҙылмаларын эҙләү», «Информацион система һәм программалау», «Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеүе», «Автомобилдәрҙең двигателдәрен, системаларын һәм агрегаттарын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү», «Электр һәм электромеханик ҡоролмаларҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү».
Әйткәндәй, уҡыу йортоноң абруйы арта бара. Хәҙер күрше өлкәләрҙән дә уҡырға киләләр.
Уҡыу йорто етәкселегенең алдынғы ҡарашы, тырышлығы менән студенттарҙың киләсәге лә уйланылған. Колледж менән эш биреүселәр—предприятие һәм ойошмалар араһында килешеүҙәр төҙөлгән. «Башҡорт баҡыры», «Гай тау-байыҡтырыу комбинаты», «Шахта юл-үтеү идаралығы», «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәттәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Урал аръяғының 57 предприятиеһы студенттарҙы практикаға алырға әҙер. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында практика үтеүселәргә хеҙмәт хаҡы ла түләнә.
Алтмыш йылдан ашыу тарихы булған уҡыу йорто заман менән бергә атлай. 2023 йылда бында ремонт эштәре үтте. Уҡыу корпусының фасады, беренсе ҡатындағы электр үткәргестәре, тәҙрәләр алмаштырылды, акттар залы заманса төҫ алды. Ремонттан һуң колледжда йылы, яҡты, йәмле булып ҡалған. Был абитуриенттарҙы йәлеп итеүгә ыңғай тәьҫир итә. Белем усағы коллективы ремонтҡа аҡса бүлгәндәре өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә рәхмәтле.