Башҡортостанда ҡурайсыларға һәм ҡурайға иғтибар артыуы ҡыуандыра. Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы башланғысы менән Ҡурай көнө лә булдырылды. Был оло хуплауға лайыҡ. Йырлы төбәк Йылайырҙа—данлыҡлы ҡурайсылар үҫтергән төбәктә был йәһәттән төрлө саралар, бәйгеләр үткәрелә. Күптән түгел Матрай ауылы мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы Марсель Сәитовтың яҡты иҫтәлегенә арналған кисә үтте.
—Марсель Марс улы үҙ ғүмерен ҡурайға бағышланы. Ул һәләтле ҡурайсы булды. Уны тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәһенә, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Марсель үҙе лә уҡытыусы булып, тылсымлы ҡурай ноталарын йөрәк аша үткәреп халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды.Ҡурайҙы тыңлаған кеше һис шикһеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Мин ышанам, Марсель күп кешеләрҙең күңеленә үҙенең ҡурай моңо менән үтеп инә алғандыр тип. Ул һәр ваҡыт Башҡортостанда ҡурайсылар ансамбле булырға тейеш тигән фекерҙә булды. Беҙ йыш ҡына аралашып торҙоҡ һәм мөрәжәғәт иткәндә лә ул бер ваҡытта ла үҙе өсөн һорап йөрөмәне, ә ҡурайға, ҡурай моңона ҡағылышлы мәсьәләне күтәреп сыға ине,—ти Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.
Билдәле булыуынса, районда ҡурайға арналған ике һәйкәл бар.Береһе Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған ауылы Иҫке Яҡупта, икенсеһе—Юлдыбайҙа. Киләсәктә йылайырҙар ҡурайға арналған музей булдырып, ҡурайсыларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлап ҡалыу маҡсатын ҡуя.