АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
27 Декабрь 2024, 04:40

Шәп йола күрһәткәндәр!

500 ҡаҙ үҫтергәндәр...

Шәп йола күрһәткәндәр!Шәп йола күрһәткәндәр!
Шәп йола күрһәткәндәр!

— Ҡаҙ өмәһе йолаһын күрһәттек. Уңған ғаилә Гөлнара һәм Рәил Кәримовтар бөтәһе 500 ҡаҙ үҫтереп, шуның 345-ен һуйҙы, ә ҡалғанын тереләй һатты,—тип яҙа интернет селтәрендә Таңһылыу Урманова.—Унан тыш йәшелсә үҫтереп тә һатыуға сығаралар. Киләсәктә лә шулай уңған, дәртле булып ҡалһындар. Уларға һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ!

 

Бына шундай хәбәргә юлыҡтыҡ социаль селтәрҙә. Кәримовтар сығышы менән Әбделкәрим тарафынан, әле гөрләтеп Баймаҡта йәшәйҙәр. Ҡалала торһалар ҙа Алғаҙы ауылынан ер алғандар, йәшелсә үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Уңған ғаиләгә уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас