АТАЙСАЛ
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Төбәк һулышы
25 Декабря 2024, 05:00

Йолаларҙы беләбеҙме?

Ҡош итен етегә бүлгәндәр. Ҡыҙҙарға ҡанатын биреп: «Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ»,—тип теләгәндәр. «Башлы бул»,—тип ғаилә башлығына ҡаҙ башы бирелгән. Нәҫелде дауам итеүсе, мал табыусы малайҙарға: «Аҫыл затлы ир бул», – тигән теләктә ҡаҙ ботон һалалар.

Йолаларҙы беләбеҙме?Йолаларҙы беләбеҙме?
Йолаларҙы беләбеҙме?

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә:

Ғаилә йылы сиктәрендә Бакаловка ауылында үҙенсәлекле сара ойошторолдо. Уның төп маҡсаты - башҡорт ғаиләһендә ғаилә ҡиммәттәрен күрһәтеү. Ғаилә башлығы быуындан-быуынға тапшырыла килгән йолаларҙы һаҡлаусы булып тора. Урындык ябылған, ғаилә ағзалары ғаилә башлығының эштән ҡайтыуын түҙемлек менән көтә. Балалары аталарын—иркәләп, ҡатыны тормош иптәшен яҡты йөҙ менән ҡаршы алып ҡулдарын сайҙыра. Өҫтәл артында төп урынды алғас ир-ат икмәк телә. Борондан икмәкте ир-ат күкрәгенә терәп телгән һәм ғаилә ағзаларына үҙе өләшеп сыҡҡан. Балалар уны диҡҡәт менән күҙәтә һәм аталарынан ғаилә йолаларын хөрмәт итергә өйрәнә. Шунан ғаилә башлығы ит бүлергә тотона. Ҡош итен борон етегә бүлгәндәр. Ҡош итен ир-ат өлөштәргә бүлә һәм ғаилә ағзаларына тәғәйенләнеше буйынса таратып сыға. Иң тәүге өлөш ҡыҙҙарға бирелә. Ҡанат итен биргәндә:

– Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ! – тип теләйҙәр.

Шулай уҡ:

– Быныһы була муйыны, ете була быуыны, – тип муйыны бирелә.

Хужаға ҡаҙҙың башын:

– Башлы бул, – тип тотторалар.

Ғаилә башлығы булараҡ ир-атҡа шулай уҡ ҡаҙҙың иң тәмле, итле ере – бот, түш ите тәғәйенләнгән.

Хужабикәгә, усаҡ һаҡсыһы булараҡ, муйын, түш ите тәғәйенләнгән. Малайҙарға нәҫелде дауам итеүсе, табыусы булараҡ: «Аҫыл затлы ир бул», – тип теләк теләп ҡаҙ ботон һалалар. Өлкән быуынға, ултыраҡ халыҡ усаҡ һаҡсылары булараҡ, ҡаҙҙың оса майын бирәләр. Оса майын, ҡайһы бер төбәктәрҙә хужабикәләр өлөш тиҙәр һәм ҡунаҡтарға бирәләр. Бөтә ғаилә ағзалары өлөш алғандан һуң хужабикә бишбармаҡ килтерә. Ғаилә башлығы бөтәһенә лә ҡалаҡтар тарата: Ит ашаның, дәрт алдың, һурпа эстең, шифа алдың, – тип ҡоротло һурпа менән һыйлай.

Ашап бөткәс, ғаилә башлығы Аллаһы Тәғәләгә ризыҡ биргәне өсөн доға ҡыла.
Хоҙайҙың рәхмәте булһын,
Был өйҙәр нур менән тулһын,
Был табынды йыйғандарға
Һигеҙ ожмах насип булһын!
Йәнем-тәнем менән һеҙгә
Доға ҡылам барығыҙға:
Именлек һәм сәләмәтлек
Бирһен Хоҙай тәнегеҙгә.


2024 йыл—Ғаилә йылында традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға айырыуса иғтибар бүленде. Был ҡиммәттәр ныҡлы һәм бәхетле ғаиләнең нигеҙе булып тора. Ныҡлы ғаилә – йәмғиәттең тотороҡлолоғо һәм сәскә атыуының нигеҙе.

Автор:
Читайте нас