АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Төбәк һулышы
25 Декабрь 2024, 04:10

Приют балаларын ҡыуандырып...

Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хакимиәт башлыҡтары Матрай ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютта булып, балаларҙы етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.

Приют балаларын ҡыуандырып...Приют балаларын ҡыуандырып...
Приют балаларын ҡыуандырып...

—Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов, балиғ булмағандар эштәре буйынса комитет, опека һәм попечителлек бүлеге белгестәре менән бергә социаль приютта булдыҡ. Бында беҙҙең райондан ауыр тормош хәленә ҡалған 10 бала тәрбиәләнә,—тип белдерә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов.

 

Балалар өсөн бәләкәй программа һәм татлы бүләктәр әҙерләнгән ине. Башлыҡтар балаларҙы яҡынлашҡан 2025 йыл менән ҡотланы, уңыштар, яҡшы уҡыуҙарын теләп, бүләктәр тапшырҙы. 

 

 

ФОТО: Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль селтәренән.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас