Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Әнүзә Таһир ҡыҙы Азаматова яҙа:
Беҙҙең Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылы саф башҡорт ауылдарынан һанала.
Ауылда уңған, эшлекле, талантлы башҡорт халҡы йәшәй.
Ауылда үткән барлыҡ саралар тик башҡорт телендә үтеп, үҙебеҙҙең башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һала Таулыҡайҙар.
Ҡоролтай иғлан иткән "Айыҡ ауыл" проектында районда беренсе урын алып, республика кимәлендә ҡатнашҡан Таулыҡай ауылында урам байрамдары гөрләп үтте. Әле был аҙнала үткән З. Вәлиди, Татыр урамдарының байрамында урамдың бар халҡы ҡатнашты.
Сәләмәт йәшәүҙе пропагандалаған ошондай саралар күберәк булып, ауылым халҡы айыҡ аҡыл менән, иҫән-һау, бәхетле йәшәһен ине.
#АйыҡАуыл2024
#АйыҡАуылТаулыҡай
#ТрезвоеСело2024
#ТрезвоеСелоБаймакскийРайонВерхнетавлыкаево
#АйыҡАуылБаймаҡРайоныТаулыҡайАуылы2024
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир